Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 25 - Изге Яҙма

1 Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.

2 Ҡала Сидкияһ батша хакимлығының ун беренсе йылына тиклем ҡамауҙа булды.

3 Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.

4 Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.

5 Халдейҙар ғәскәре батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.

6 Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.

7 Сидкияһтың улдарын уның күҙ алдында сәнсеп үлтерҙеләр, унан үҙенең күҙен һуҡырайттылар һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып киттеләр.

8 Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың етенсе көнөндә Бабил батшаһының яраны, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.

9 Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы яндырып бөтөрҙө.

10 Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе.

11 Ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм башҡа халыҡты Невузарадан һөргөнгә оҙатты.

12 Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.

13 Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, баҡырын Бабилға оҙаттылар.

14 Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды.

15 Нөгәрҙәр башлығы саф алтындан һәм көмөштән ҡойолған нәмәләрҙе – хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе һәм сеүәтәләрҙе алып китте.

16 Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм таяуҙарға бихисап баҡыр тотонолғайны.

17 Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, башындағы тажының бейеклеге өс терһәк булып, таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә – барыһы ла баҡырҙан ҡойолған ине; селтәр менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны.

18 Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.

19 Ҡалала тороп ҡалған яугирҙәрҙең башлығын, батшаның биш кәңәшсеһен, ил халҡын ғәскәри хеҙмәткә теркәгән хәрби баш кәтипте һәм ҡалала ҡалған халыҡтан алтмыш кешене үҙе менән алып китте.

20 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан уларҙың барыһын да Ривлаға Бабил батшаһына алып барҙы.

21 Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.

22 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәлә ҡалған халыҡҡа башлыҡ итеп Шафандың ейәне, Ахиҡамдың улы Гедалъяһты тәғәйенләне.

23 Бабил батшаһының Гедалъяһты башлыҡ итеп ҡуйғанын ишеткәс, хәрби түрәләр, исемләп әйткәндә Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улы Йоханан, Нетофа ҡалаһынан Танхумәҫ улы Сераяһ, атаһы Мағаханан булған Яазанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән Миспаға, Гедалъяһ янына килде.

24 Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдей түрәләренән ҡурҡмағыҙ. Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ һәм һеҙгә яҡшы булыр, – тине.

25 Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында батша нәҫеленән булған Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән килеп Гедалъяһты үлтерҙе. Уның менән бергә Миспала булған йәһүҙиҙәрҙе һәм халдейҙарҙы ла ҡылыстан үткәрҙе.

26 Бынан һуң халыҡтың олоһо ла, кесеһе лә, шулай уҡ хәрби түрәләр ҙә Мысырға ҡасты, сөнки халдейҙарҙан ҡурҡты.

27 Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте.

28 Уның менән миһырбанлы һөйләште, Бабилда булған башҡа батшаларға ҡарағанда юғарыраҡ урынға ултыртты.

29 Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.

30 Ғүмеренең буйына уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan