ІV Батшалар 20 - Изге ЯҙмаХизкияһтың ауырыуы һәм һауығыуы ( 2 Йыл 32:24 ; Ишғ 38:1-8 , 21-22 ) 1 Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең». 2 Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы. 3 – Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы. 4 Ишағыяһ урта ихатанан сығып өлгөрмәгәйне әле, шунда уға Раббы һүҙе булды: 5 – Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың. 6 Ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарам. Был ҡаланы Үҙем һәм ҡолом Дауыт хаҡына һаҡлап алып ҡалам». 7 – Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. Инжир ҡағы алып килеп, сиҡан өҫтөнә яптылар. Шунан Хизкияһ сәләмәтләнә башланы. 8 – Раббының мине һауыҡтырырына һәм өсөнсө көн Раббы ҡорамына бара аласағыма ниндәй билдә булыр? – тип һораны Хизкияһ. 9 – Раббының әйткән һүҙен бойомға ашырасағына билдә шул булыр, – тип яуапланы Ишағыяһ. – Күләгә ун баҫҡысҡа алғараҡ үтһенме, әллә ун баҫҡысҡа кире сигенһенме? 10 – Күләгәнең ун баҫҡысҡа алға үтеүе тәбиғи, – тине Хизкияһ. – Ун баҫҡысҡа кире сигенһен әйҙә. 11 Ишағыяһ Раббыға ялбарҙы һәм Раббы Ахаз баҫҡысы буйлап төшөп барған күләгәне ун баҫҡысҡа кире сигендерҙе. Хизкияһтың аҡылһыҙлыҡ эшләүе ( 2 Йыл 32:32-33 ; Ишғ 39:1-8 ) 12 Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны тураһында ишеткәйне. 13 Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы. 14 Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ. 15 – Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ. 16 Шунда Ишағыяһ былай тине: – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һал. 17 Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ. 18 Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр, улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер». 19 Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы. 20 Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 21 Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды, уның урынына улы Менашше батша булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia