Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 12 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Йоаш
( 2 Йыл 24:1-27 )

1 Йеһуҙың Исраилда батшалыҡ итеүенең етенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоаш ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ҡырҡ йыл буйы батша булды. Әсәһе Сивья Беер-Шәвәғ ҡалаһынан ине.

2 Йоаш ғүмере буйы Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, сөнки Йеһоядағ ҡаһин уны бер ваҡытта ла кәңәшенән өҙмәне.

3 Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан килтереүен һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

4 Йоаш ҡаһиндарға: – Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ.

5 Һәр ҡаһин үҙенең ярҙамсыларынан алған аҡсаны Раббы ҡорамының ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәк, шунда тотонһон, – тип әмер бирҙе.

6 Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле.

7 Йоаш батша Йеһоядағты һәм башҡа ҡаһиндарҙы саҡырып алды ла: – Нишләп һаман ҡорамды йүнәтмәйһегеҙ? – тип һораны. – Инде ярҙамсыларығыҙҙан көмөш алмағыҙ. Алған көмөштәрегеҙҙе Раббы йортон рәтләүгә бирегеҙ.

8 Ҡаһиндар башҡаса халыҡтан ҡорамды төҙөкләндереүгә аҡса алмаҫҡа, шулай уҡ йүнәтеү эштәрендә ҡатнашмаҫҡа риза булды.

9 Йеһоядағ ҡаһин бер һандыҡ алды, ҡапҡасына ярыҡ уйҙы ла, ҡорбан усағының уң яғына, ҡорамға инә торған урынға ҡуйҙы. Тупһала һаҡта торған ҡаһиндар һандыҡҡа халыҡ Раббы ҡорамына алып килгән аҡсаларҙы һала барҙы.

10 Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы.

11 Һаналған аҡсаны Раббы ҡорамын төҙөкләндереү эштәренә етәкселек итеүселәргә бирә барҙылар. Улар иһә бында эшләгән балта оҫталарына, төҙөүселәргә,

12 ташсыларға, таш ҡырҡыусыларға хеҙмәт хаҡы түләне, Раббы йортон йүнәтеү өсөн ағас һәм эшкәртелгән таш һатып алыуға, башҡа ихтыяждарға тотондо.

13 Раббы ҡорамында йыйылған аҡсалар көмөш тастар, сеүәтәләр, шәм филтәләрен таҙартҡыстар, борғолар, алтын һәм көмөш һауыттар яһау өсөн тотонолманы.

14 Был көмөштөң барыһы ла эшселәргә түләүгә һәм йортто йүнәтеү өсөн файҙаланылды.

15 Эшселәргә түләгән кешеләрҙән иҫәп-хисап талап ителмәне, сөнки улар ғәҙел эшләне.

16 Ғәйеп һәм гонаһ ҡорбандары өсөн бирелгән аҡсалар иһә Раббы ҡорамына тотонолманы; улар ҡаһиндарға тәғәйенләнгәйне.

17 Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.

18 Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.

19 Йоаш батшаның башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

20-21 Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan