ІV Батшалар 11 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшабикәһе Ғаҫалъяһ ( 2 Йыл 22:10-12 ; 23:1-21 ) 1 Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште. 2 Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды. 3 Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала һөт әсәһе менән бергә алты йыл буйына Раббы ҡорамында йәшенеп йәшәне. 4 Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте. 5 Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған һаҡсыларҙың өстән бер өлөшө батша һарайын һаҡлаһын, 6 өстән бер өлөшө Сур ҡапҡаһы янында, өстән бере Һаҡсылар ҡапҡаһы янында торһон. Һеҙ һарайҙы һаҡларға тейешһегеҙ. 7 Шәмбе көндө хеҙмәттә булмаған башҡа ике төркөм Раббы ҡорамы янында тороп, батшаны һаҡлар. 8 Һәр кем, ҡулына ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын. Кем һеҙҙең сафтарға яҡыная, шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ. 9 Йөҙ баштары Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәне. Шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде етәкселәре үҙ янына тупланы һәм Йеһоядағ ҡаһинға алып килде. 10 Ҡаһин йөҙ баштарына Дауыт батшаның Раббы ҡорамында һаҡланған һөңгө һәм ҡалҡандарын таратып бирҙе. 11 Ҡулдарына ҡорал тотҡан һаҡсылар, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем, ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй баҫты. 12 Шунан Йеһоядағ батша улын алып килде, башына таж кейҙерҙе, ҡанун китабын тотторҙо. Йоаш батша тип иғлан ителде, мәсехләнде, шунан алҡышлап: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡырҙылар. 13 Ғаҫалъяһ, һаҡсыларҙың һәм халыҡтың шаулашҡанын ишетеп, улар янына, Раббы ҡорамына килде. 14 Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы. 15 Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне. 16 Ғаҫалъяһты тотоп алдылар һәм батша һарайына аттарҙы йөрөтә торған ҡапҡанан алып килеп, шунда үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин индергән үҙгәрештәр 17 Йеһоядағ Раббы халҡы булыуы тураһында Раббы менән батша һәм халыҡ араһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ул батша менән халыҡ араһында килешеү төҙөнө. 18 Шунан һуң бөтә ил халҡы барып Бәғелдең ҡорамын емерҙе. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын селпәрәмә ваттылар һәм Бәғелдең ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин Раббы ҡорамы тирәһенә һаҡсылар ҡуйҙы. 19 Шунан ул йөҙ баштары, йәнһаҡсылары, һарай һаҡсылары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыҡты. Улар Һаҡсылар ҡапҡаһы аша батшаны һарайға алып килделәр. Йоаш батша тәхетенә ултырҙы. 20 Ил халҡы күңел асты. Ғаҫалъяһ батша һарайында ҡылыстан үткәрелгәндән һуң, ҡалала тыныслыҡ урынлашты. 21 Тәхеткә ултырғанда Йоашҡа ете йәш ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia