Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 1 - Изге Яҙма


Раббының Ахазъяһ батшаны язалауы

1 Исраил батшаһы Ахав үлгәндән һуң, Моав Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе.

2 Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.

3 Раббы фәрештәһе Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә былай тине: – Тор, Самария батшаһының илселәренә ҡаршы бар ҙа: «Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һеҙ һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа китеп бараһығыҙ? – тип әйт. –

4 Шуға күрә лә Раббы батшағыҙға: „Ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерә». Ильяс Раббы ҡушҡанды эшләне.

5 Илселәре кире ҡайтҡас, батша уларҙан: – Нишләп кире боролдоғоҙ? – тип һораны.

6 Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».

7 – Ҡаршығыҙға сығып был һүҙҙәрҙе әйткән кешенең ҡиәфәте ниндәй ине? – тип һораны батша.

8 – Сәстәре ныҡ етек ине, биленә ҡайыш билбау таҡҡайны, – тип яуапланылар. – Тишбе ҡалаһынан Ильяс был, – тине батша.

9 Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште.

10 – Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.

11 Батша йәнә башлыҡтары менән бергә илле яугир ебәрҙе. Илле башының быныһы ла: – Алла бәндәһе, батша һиңә тиҙерәк төшөргә ҡушты, – тип белдерҙе.

12 – Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.

13 Батша яугирҙәре менән бергә өсөнсө илле башын ебәрҙе. Өсөнсө илле башы тауға менде лә Ильяс алдында тубыҡланып: – Эй Алла бәндәһе! Беҙ фәҡирҙәреңдең, минең һәм был илле яугирҙең йәненә ҡарата мәрхәмәтле булһаңсы, – тип ялбарҙы. –

14 Быға тиклем килгән башлыҡтар менән уларҙың яугирҙәрен күктән төшкән ут ялмап юҡ итте. Инде минең йәнемде һәләк итмәсе, зинһар!

15 – Ҡурҡма, уға эйәреп төш, – тине Раббы фәрештәһе Ильясҡа. Пәйғәмбәр был илле башы менән бергә батша янына китте.

16 – Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға.

17 Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды.

18 Ахазъяһтың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan