Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йушағ 21 - Изге Яҙма


Левиҙәргә бирелгән ҡалалар

1 Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары Ҡәнғән ерендәге Шило ҡалаһына ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының башҡа нәҫел башлыҡтары янына килеп,

2 уларға: – Раббы Муса аша беҙгә йәшәр өсөн ҡалалар һәм улар тирәһендә мал көтөр өсөн көтөүлектәр бирергә ҡушҡайны, – тине.

3 Исраилдар, Раббы ҡушыуы буйынса, левиҙәргә үҙ биләмәләренән ҡалалар һәм көтөүлектәр бүлеп бирҙе.

4 Беренсе йәрәбә Ҡыһаҫ нәҫелдәренә төштө. Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булған левиҙәргә Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмә ерҙәренән йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде.

5 Башҡа Ҡыһаҫ улдарына иһә Әфраим ырыуының нәҫелдәренән, Дан ырыуынан һәм Менашше ырыуының яртыһынан йәрәбә буйынса ун ҡала бирелде.

6 Гершон улдарынан булған левиҙәргә Исасхар, Ашер, Нафтали ырыуҙарынан һәм Менашше ырыуының Башанда йәшәгән яртыһынан йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде.

7 Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.

8 Исраилдар, Раббының Муса аша биргән бойороғона ярашлы, йәрәбә һалып, бына шул ҡалаларҙы тирә-яғындағы көтөүлектәре менән бергә левиҙәргә бирҙе.

9 Түбәндә Йәһүҙә һәм Шимғон ырыуҙарынан левиҙәргә бүлеп бирелгән ҡалаларҙың исемдәре:

10 был ҡалалар Һарун нәҫелдәренә, Ҡыһаҫ улдарынан булған левиҙәргә бирелде, сөнки уларға йәрәбә беренсе булып төштө.

11 Ғанаҡтың атаһы Арбағтың Йәһүҙә тауҙарында урынлашҡан Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһын тирә-яғындағы көтөүлектәре менән левиҙәргә бирҙеләр.

12 Әммә ҡаланы уратып алған яландар һәм ауылдар Йефунне улы Калевҡа биләмәгә бирелгәйне.

13 Ҡаһин Һарун нәҫелдәре кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы тип иғлан ителгән Хевронды, уның тирә-яғындағы көтөүлектәрҙе, шулай уҡ Ливнаны,

14 Яттир, Әштемоағ,

15 Холон, Девир,

16 Ғайн, Ютта һәм Бейт-Шәмәште, уларҙы уратып алған көтөүлектәрҙе, был ике ырыуҙың ер биләмәһенән барлығы туғыҙ ҡаланы алды.

17 Бынан тыш, Бинйәмин ерҙәренән уларға Ғивғон, Гевағ,

18 Ғанаҫоҫ һәм Ғалмон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бүлеп бирелде.

19 Һарун нәҫелдәре, ҡаһиндар, дөйөм алғанда, көтөүлектәре менән бергә барлығы ун өс ҡала алды.

20 Левиҙәрҙән булған башҡа Ҡыһаҫ улдарына йәрәбә буйынса Әфраим ырыуы ерҙәренән ҡалалар бирелде.

21 Улар Әфраим таулығында тирә-яғындағы көтөүлектәре менән кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы булған Шәхәмде, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәр менән Гәзәр,

22 Ҡивсаим һәм Бейт-Хорон ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды.

23 Бынан тыш, Дан ерҙәренән – Әлтеке, Гиббеҫон,

24 Айялон һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала алды.

25 Менашше ырыуының яртыһына ҡараған ер биләмәһенән – Тағанах һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы ике ҡала алды.

26 Дөйөм алғанда Ҡыһаҫ тоҡомоноң ҡалған нәҫелдәре көтөүлектәре менән бергә ун ҡала алды.

27 Левиҙәрҙең нәҫелдәренән Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһынан бирелгән биләмә еренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Башан төбәгендәге һыйыныу ҡалаһы Голан, шулай уҡ тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Беғештера, барлығы ике ҡала бирелде.

28 Бынан тыш, Исасхар ырыуы ерҙәренән – Ҡишйон, Давраҫ,

29 Ярмуҫ һәм Ғейн-Ганним, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде.

30 Ашер ырыуы ерҙәренән – Мишал, Ғавдон,

31 Хелҡаҫ һәм Рехов, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде.

32 Нафтали ырыуы ерҙәренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Галилеялағы һыйыныр ҡала Ҡәдәште, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәре менән Хаммоҫ-Дор һәм Ҡартан ҡалалары, барлығы өс ҡала бирелде.

33 Дөйөм алғанда, нәҫелдәренә күрә Гершон нәҫелдәре көтөүлектәре менән бергә ун өс ҡала алды.

34 Левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – Зевулун ерҙәренән Йоҡнеғам, Ҡарта,

35 Димна һәм Нахалал, уларҙы уратып алған көтөүлектәр менән бергә, барлығы дүрт ҡала алды.

36 Бынан тыш, Рәүвән ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән һыйыныр ҡала Бәсәрҙе, Яһасты,

37 уратып алған көтөүлектәре менән Ҡедемоҫ һәм Мефағаҫ ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды.

38 Ғад ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Ғилғәдтәге һыйыныу ҡалаһы Рамоҫты, шулай уҡ Маханаимды,

39 уратып алған көтөүлектәре менән Хешбон һәм Яғзерҙе, барлығы дүрт ҡала алды.

40 Дөйөм алғанда, левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – йәрәбә буйынса ун ике ҡала алды.

41 Шулай итеп, левиҙәр исраилдарҙың биләмәләренән көтөүлектәре менән бергә ҡырҡ һигеҙ ҡала алды.

42 Был ҡалаларҙың һәр береһенең тирә-яғында көтөүлектәре лә бар ине, бөтә был ҡалаларҙың тирәһендә лә шулай ине.

43 Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.

44 Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы.

45 Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan