Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йушағ 2 - Изге Яҙма


Рахав һәм шымсылар

1 Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.

2 Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр.

3 Батша Рахав янына: «Өйөңә килгән кешеләрҙе беҙҙең янға сығар. Улар беҙҙең илде күҙәтергә килгән шымсылар», – тигән бойороҡ менән үҙ кешеләрен ебәрҙе.

4 Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –

5 Ҡараңғы төшөп, ҡала ҡапҡаһын бикләр ваҡыт еткәс, улар сығып китте. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйем. Ҡабаланһағыҙ, бәлки, арттарынан ҡыуып етерһегеҙ.

6 Ысынында иһә ул шымсыларҙы өй башына мендереп, етен көлтәләре аҫтына баҫырып һалып ҡуйғайны.

7 Батша кешеләре Иордан йылғаһына табан йүнәлде һәм кисеүгә тиклем ҡыуа барҙы. Улар ҡаланан сығыу менән, ҡала ҡапҡалары бикләнде.

8 Шымсылар йоҡларға ятырға ла өлгөрмәне, Рахав өй башына менеп,

9 уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.

10 Һеҙ Мысырҙан киткән саҡта, Раббы һеҙҙең юлығыҙҙа Ҡамышлы диңгеҙҙе ҡоро ергә әйләндергәнен ишеттек. Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһын – Сихон менән Ғоғты харам ҡылып юҡ иткәнегеҙҙе лә беләбеҙ.

11 Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –

12-13 Шуға күрә һеҙгә ҡылған яҡшылығыма яуап итеп, һеҙ ҙә минең нәҫел-нәсәбемә яҡшы булырға Раббы менән ант итһәгеҙ ине. Миңә атам-әсәмдең, ағай-энеләрем, апай-һеңлеләрем һәм уларҙың бөтә ғаиләләренең ғүмерен һаҡлап алып ҡаласағығыҙға – беҙҙең бөтәбеҙҙе лә үлемдән араларға бер ышаныслы билдә бирегеҙ.

14 Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.

15 Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны.

16 – Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.

17-18 Тегеләр иһә: – Әгәр беҙ был илгә килеүгә һин әле беҙҙе төшөргән тәҙрәгә ошо ал ҡыҙыл бауҙы бәйләп ҡуймаһаң, ата-әсәңде, ағай-энеңде һәм бөтөн ғаиләңде үҙ өйөңә йыймаһаң, беҙ һиңә биргән анттан азат булырбыҙ, – тине. –

19 Ә инде арағыҙҙан берәйһе һинең өйөңдән урамға сыҡһа, үҙ үлемендә ул үҙе ғәйепле – беҙ түгел. Ләкин һинең менән булғандарҙың берәйһенә тейһәләр, – уның ҡаны өсөн беҙ ғәйепле.

20 Әгәр ҙә һин беҙҙең турала берәйһенә һөйләй ҡалһаң, беҙ башҡаса был ант менән бәйле түгелбеҙ.

21 – Һеҙ әйткәнсә булһын, – тине Рахав уларҙы оҙатып. Улар китеү менән тәҙрәгә ал ҡыҙыл төҫтәге бау бәйләп ҡуйҙы.

22 Ирҙәр тауҙар яғына йүнәлде һәм, уларҙы эҙәрләп киткән кешеләр эҙләп-эҙләп тә бер кемде лә тапмай ҡайтып киткәнсе, өс көн буйы шунда йәшенеп ятты.

23 Шунан ҡайтыр юлға сыҡтылар. Тауҙарҙан төшөп, йылғаны кистеләр ҙә Йушағ Нун улына барып, үҙҙәре менән булғанды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр.

24 – Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan