Йушағ 15 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә ырыуына бирелгән ерҙәр 1 Нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуына йәрәбә буйынса иң көньяҡтан Эдом ерҙәренә һәм Цин сүленә терәлеп ятҡан өлөш эләкте. 2 Уларҙың көньяҡ сиге Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осондағы ҡултыҡтан башланып, 3 Ғаҡраббим тарлауығының көньяғынан уҙа ла Цин сүленә табан һуҙыла һәм Ҡадеш-Барнеағ ҡалаһының көньяғына күтәрелә. Артабан сик Хесронды үтеп, Аддарға табан менә, Ҡарҡағҡа табан борола ла, 4 Ғасмон аша үтеп, Мысыр сигендәге йылға буйлап барып диңгеҙгә терәлә. Был – һеҙҙең көньяҡ сигегеҙ. 5 Көнсығыш сигегеҙ – Тоҙло диңгеҙ, Иордан йылғаһы тамағына тиклем. Төньяҡ сик Тоҙло диңгеҙ ҡултығынан – Иордан йылғаһы тамағынан башланып, 6 Бейт-Хоглаға табан күтәрелә, Бейт-Ғараванан төньяҡҡараҡ үтеп, өҫкә, Рәүвән улыныҡы булған Боһан ҡаяһына менә. 7 Артабан Ғахор үҙәненән Девирға менә лә, төньяҡҡа, уянан көньяҡҡа үтеүсе Адуммим артылышы ҡаршыһындағы Гилгалға табан борола, шунан Шәмәш инешенә табан килеп, Рогел инешенә барып етә. 8 Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә. 9 Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә. 10 Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп, 11 Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә. 12 Көнбайыш сик Бөйөк диңгеҙ яры буйлап уҙа. Был – нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә улдарына бирелгән ерҙәрҙең сиге. 13 Йефунне улы Калевҡа Йәһүҙә нәҫел-нәсәбе еренән өлөш бүлеп бирелде – Раббы Йушағҡа шулай ҡушҡайны. Был Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһы, Ғанаҡтың атаһы Арбағтың ҡалаһы ине. 14 Калев был ҡаланан Ғанаҡ нәҫеленән өс кешене – Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы ҡыуып сығарҙы. 15 Шунан Калев, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине. 16 Шунда Калев: – Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине. 17 Ҡаланы Калевтың туғаны Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе. 18 Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны. 19 – Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе. 20 Бына нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуының биләмә ерҙәре: 21 Негевта, Эдом сигендә Йәһүҙә ырыуына түбәндәге ҡала-ауылдар ҡарай: Ҡавсеил, Ғедәр, Ягур, 22 Ҡина, Димона, Ғадғада, 23 Ҡәдәш, Хасор, Йиҫнан, 24 Зиф, Тәләм, Беғалоҫ, 25 Хасор-Хадатта, Ҡирйоҫ-Хесрон, йәғни Хасор, 26 Амам, Шемағ, Молада, 27 Хасар-Гадда, Хешмон, Бейт-Пәләт, 28 Хасар-Шуғал, Беер-Шәвәғ, Бизйоҫъяһ, 29 Бағала, Ғийим, Ғесәм, 30 Әлҫолад, Кесил, Хорма, 31 Сиҡлағ, Мадманна, Сансанна, 32 Леваоҫ, Шилхим, Ғайн һәм Риммон – тирә-яҡтағы ауылдары менән егерме туғыҙ ҡала. 33 Шефелала: Әштәол, Сорға, Ашна, 34 Заноах, Ғейн-Ганним, Таппуах, Ғенам, 35 Ярмуҫ, Ғадуллам, Сохо, Ғазыҡа, 36 Шағараим, Ғадиҫаим, Ғәдәрә һәм Гедеротаим – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун дүрт ҡала. 37 Сенан, Хадаша, Мигдал-Ғад, 38 Дилған, Миспе, Йоҡтеил, 39 Лахиш, Босҡаҫ, Ғәғлон, 40 Каббон, Лахмас, Китлиш, 41 Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала. 42 Ливна, Ғәҫәр, Ғашан, 43 Ифтах, Ашна, Несив, 44 Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала. 45 Эргә-тирәһендәге ауылдар менән Ғәҡрон; 46 Ғәҡрон менән диңгеҙ араһында, Ашдод янындағы ҡалалар һәм улар тирәһендәге ауылдар; 47 эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем. 48 Таулыҡ урындарҙа: Шамир, Яттир, Сохо, 49 Данна, Ҡыръяҫ-Санна, йәғни Девир, 50 Ғанав, Әштемо, Ғаним, 51 Гошен, Холон и Гило – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун бер ҡала. 52 Арав, Дума, Эшған, 53 Янум, Бейт-Таппуах, Афеҡа, 54 Хумта, Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон, һәм Сиғор – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала. 55 Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта, 56 Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах, 57 Ҡайин, Гивға һәм Тимна – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун ҡала. 58 Халхул, Бейт-Сур, Гедор, 59 Мағараҫ, Бейт-Ғаноҫ һәм Әлтеҡон – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала. 60 Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала. 61 Сүллектә: Бейт-Ғарава, Миддин, Сехаха, 62 Нившан, Тоҙ ҡалаһы һәм Ғейн-Геди – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала. 63 Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia