Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йушағ 14 - Изге Яҙма


Иордан йылғаһының көнбайышындағы ерҙәрҙе бүлеү

1 Ҡәнғәндә исраилдарға бирелгән ер биләмәләре бына ошолар. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары был ер бүлемдәрен,

2 йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде.

3 Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы.

4 Йософ нәҫеле ике ырыу – Менашше һәм Әфраим ырыуына бүленгәйне. Левиҙәргә ер бирмәнеләр – бары төпләнеп йәшәү өсөн ҡалалар һәм мал-тыуар өсөн шулар тирәһендә көтөүлектәр генә бирелде.

5 Исраилдар Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләнеләр һәм ерҙе үҙ-ара бүлештеләр.


Хеврондың Калевҡа бирелеүе

6 Бер мәлде Йәһүҙә ырыуы кешеләре Йушағ янына Гилгалға килделәр. Ҡынизи Йефунне улы Калев уға: – Ҡадеш-Барнеағта Алла бәндәһе Мусаға Раббының һинең менән минең хаҡта нимә әйткәнен хәтерләйһеңме?

7 Раббы ҡоло Муса мине Ҡадеш-Барнеағтан ошо ерҙәрҙе ҡарап ҡайтырға ебәргәндә, миңә ҡырҡ йәш ине. Ҡайтҡас, мин уға дөрөҫөн һөйләп бирҙем.

8 Минең менән бергә барған бүтән исраилдар кешеләрҙе үҙ һүҙҙәре менән ҡурҡытты, ә мин Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булдым.

9 Шунда Муса ант итеп миңә: «Аяғың баҫҡан ер, Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булғаның өсөн, мәңгелек биләмә итеп һиңә һәм һинең нәҫел-нәсәбеңә биреләсәк», – тине.

10 Һәм бына, Раббы вәғәҙә иткәнсә, бөгөнгө көнгәсә йәшәргә насип итте. Ул быны Мусаға вәғәҙә иткәнгә ҡырҡ биш йыл булды – ул саҡта исраилдар сүлдә йөрөй ине. Әле миңә һикһән биш йәш.

11 Ләкин мин әле лә, Муса мине күҙәтеп-байҡап килергә ебәргән саҡтағы шикелле, ныҡмын. Мин әле лә шулай уҡ көслөмөн, һуғыш-яуҙарға әҙермен.

12 Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине.

13 Йушағ Йефунне улы Калевты фатихаланы һәм Хевронды уға биләмә итеп бирҙе.

14 Хеврон әле лә ҡынизи Йефунне улы Калевтың ере булып ҡала – сөнки Калев Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булды.

15 Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan