Йушағ 12 - Изге ЯҙмаЕңелгән батшаларҙың исемлеге 1 Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге: 2 Хешбонда йәшәгән әмөри батшаһы Сихон. Уның батшалығы Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан – үҙәндең урта бер еренән башлана һәм ғаммондарҙың сиге булған Яббоҡ йылғаһына тиклем һуҙыла, Ғилғәдтең яртыһын үҙ эсенә ала. 3 Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине. 4 Һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғ Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә хакимлыҡ итә ине. 5 Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине. 6 Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе. 7-8 Йушағ һәм исраилдар Иордандың көнбайышындағы батшаларҙы – Ливан үҙәнендәге Бәғел-Ғадтан башлап Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауына тиклем йәйелгән ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте. Йушағ хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр йәшәгән ерҙәрҙе, Шефеланы, көнбайыштағы тау итәктәрен, Ғарава тигеҙлеген, тау битләүҙәрен, сүллекте һәм Негевты Исраил ырыуҙарына биләмәгә бүлеп бирҙе. 9 Бына был батшалар: Йерихо батшаһы, Бейт-Ил эргәһендәге Ғай ҡалаһының батшаһы, 10 Йәрүсәлим батшаһы, Хеврон батшаһы, 11 Ярмуҫ батшаһы, Лахиш батшаһы, 12 Ғәғлон батшаһы, Гәзәр батшаһы, 13 Девир батшаһы, Гәдәр батшаһы, 14 Хорма батшаһы, Ғарад батшаһы, 15 Ливна батшаһы, Ғадуллам батшаһы, 16 Маҡҡыда батшаһы, Бейт-Ил батшаһы, 17 Таппуах батшаһы, Хефәр батшаһы, 18 Афеҡ батшаһы, Шарон тигеҙлеге батшаһы, 19 Мадон батшаһы, Хасор батшаһы, 20 Шимрон-Мерон батшаһы, Ахшаф батшаһы, 21 Тағанах батшаһы, Мегиддо батшаһы, 22 Ҡәдәш батшаһы, Кармәл янындағы Йоҡнеғам батшаһы, 23 Нафаҫ-Дорҙағы Дор батшаһы, Галилеялағы Гоим батшаһы, 24 Тирса батшаһы, йәмғеһе – утыҙ бер батша. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia