Йушағ 10 - Изге ЯҙмаБиш әмөри батшаһын тар-мар итеү 1 Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Йушағтың Ғайҙы баҫып алғанын, харам ҡылып уны тотош юҡ иткәнен, Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ғай һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләгәнен, Ғивғон кешеләренең исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәнен һәм улар араһында йәшәгәнен ишетте. 2 Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине. 3 Шуға күрә Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Хеврон батшаһы Һоһамға, Ярмуҫ батшаһы Пирамға, Лахиш батшаһы Яфияғҡа, Ғәғлон батшаһы Девирға сапҡындар ебәреп: 4 «Йушағ һәм исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшкән өсөн, килеп миңә ғивғондарҙы тар-мар итергә ярҙамлашығыҙ», – тип әйтергә ҡушты. 5 Биш әмөри батшаһы – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшалары – бөтә ғәскәрҙәрен йыйып килделәр ҙә Ғивғондың ҡаршыһында туплам булып урынлаштылар, шунан бер булып һөжүм иттеләр. 6 Ғивғон халҡы Гилгалда туплам булып торған Йушағҡа: «Беҙ ҡолдарыңды ҡалдырма. Ярҙамға ашыҡ, ҡотҡар беҙҙе! Был тауҙарҙа хакимлыҡ иткән әмөри батшалары күмәкләп беҙгә ҡаршы күтәрелде», – тип хәбәр ебәрҙе. 7 Йушағ үҙенең бөтә ғәскәре, ҡыйыу яугирҙәре менән Гилгалдан сыҡты. 8 – Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ. 9 Йушағ, төнө буйы юлда булып, дошмандар алдына көтмәгәндә килеп сыҡты. 10 Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы. 11 Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде. 12 Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине. 13 Ҡояш шып туҡтаны, ай урынынан ҡуҙғалманы – халыҡ дошмандарынан үс алғансы шулай булды. Был хаҡта «Яшар» китабында яҙылған. Ҡояш күк уртаһында туҡтаны ла көнө буйы байырға ашыҡманы. 14 Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты. 15 Шунан Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалға үҙ тупламдарына әйләнеп ҡайтты. 16 Биш әмөри батшаһы ҡасып, Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәгә йәшенде. 17 Йушағҡа Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәлә йәшенеп ятҡан батшаларҙың табылыуы тураһында әйткәс, 18 ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ. 19 Ләкин үҙегеҙ туҡталмағыҙ. Дошманды эҙәрләгеҙ, арттарынан һөжүм итегеҙ, ҡалаларға инергә бирмәгеҙ – Аллағыҙ Раббы уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, – тип бойорҙо. 20 Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды, 21 Бөтә Исраил ғәскәре Маҡҡыдалағы тупламға, Йушағ янына, иҫән-аман әйләнеп ҡайтты. Бынан һуң Исраил халҡына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыйған кеше булманы. 22 – Хәҙер мәмерйә ауыҙын асығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ. – Теге биш батшаны минең эргәмә алып килегеҙ! 23 Уның бойороғон үтәнеләр һәм мәмерйәнән уның эргәһенә биш батшаны – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшаларын алып килделәр. 24 Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты. 25 Йушағ уларға: – Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ ҙа, өркмәгеҙ ҙә, ныҡ һәм ҡыйыу булығыҙ. Раббы һеҙҙең барлыҡ дошмандарығыҙ менән, һеҙ ҡаршы һуғышҡандар менән бына шулай итәсәк, – тине. 26 Шунан Йушағ был батшаларҙы үлтереп, уларҙың мәйеттәрен биш бағанаға аҫып ҡуйҙы, улар кискә тиклем аҫыулы торҙо. 27 Эңерҙә Йушағтың бойороғо буйынса мәйеттәрҙе бағананан төшөрөп, уларҙы был батшалар йәшеренгән мәмерйә эсенә ырғыттылар. Мәмерйә ауыҙын иһә ҙур-ҙур таштар менән ҡаплап ҡуйҙылар. Был таштар әле лә шунда тора. Исраилдарҙың көньяҡтағы ҡалаларҙы ҡыйратыуы 28 Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне. 29 Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Маҡҡыданан Ливнаға табан ҡуҙғалды һәм уға һөжүм итте. 30 Раббы Ливнаны батшаһы менән бергә исраилдар ҡулына тапшырҙы. Йушағ Ливна кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡылыстан үткәрҙе. Йерихо батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ливна батшаһы менән дә шулай эшләне. 31 Йушағ Ливнанан бөтә исраилдар менән бергә Лахишҡа табан ҡуҙғалды һәм, туплам ҡороп, уға һөжүм итте. 32 Раббы Лахишты исраилдар ҡулына тапшырҙы: иртәгәһенә үк Йушағ ҡаланы баҫып алды. Ул Лахиш кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да – ҡылыстан үткәрҙе, Лахиш менән, Ливна менән ни эшләгән булһа, шулай эшләне. 33 Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө. 34 Йушағ Лахиштан бөтә исраилдар менән бергә Ғәғлонға табан ҡуҙғалды һәм уны ҡамауға алды. 35 Шул уҡ көндө улар ҡаланы баҫып алды һәм халҡын ҡылыстан үткәрҙе. Ундағы бөтә йән эйәһен харам ҡылып, Лахиштағы кеүек үк, тотош ҡырып һалдылар. 36 Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте. 37 Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте. 38 Артабан Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Девирға табан боролдо һәм уға һөжүм итте. 39 Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне. 40 Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө. 41 Йушағ Ҡадеш-Барнеағтан Газаға тиклем, һәм бөтә Гошен өлкәһе буйлап, Ғивғондың иң сигенә тиклем яулап алды. 42 Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты. 43 Шунан һуң Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалдағы тупламдарына әйләнеп ҡайтты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia