Йушағ 1 - Изге ЯҙмаҠәнғән ерҙәрен баҫып алыуға әҙерлек 1 Раббы ҡоло Муса үлгәндән һуң, Раббы уның ярҙамсыһы Нун улы Йушағҡа былай тине: 2 – Ҡолом Муса вафат булды. Хәҙер Исраил халҡын Иордан аша Мин ошо халыҡҡа бүләк итеп бирәсәк илгә сығар. 3 Мин аяғығыҙ баҫҡан бөтә ерҙәрҙе һеҙгә бирәм – Мусаға Мин шулай вәғәҙәләнем. 4 Сүллектән һәм Ливан тауҙарынан Евфрат тигән бөйөк йылғаға тиклем ерҙәр (хиттиҙәрҙең бөтә илен дә индереп), көнбайыш тарафтан Бөйөк диңгеҙгә тиклем бөтә ерҙәр һеҙҙеке буласаҡ. 5 Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам. 6 Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең. 7 Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр. 8 Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр. 9 Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр. Йушағтың халыҡҡа бойороғо 10-11 Йушағ халыҡ етәкселәренә бөтә тупламды урап сығырға һәм халыҡҡа: – Юлға ризыҡ әҙерләгеҙ, – тигән бойороҡто еткерергә ҡушты. – Өс көндән беҙ, Иорданды кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирергә вәғәҙә иткән илде яулап алырға барабыҙ. 12 Ә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына, Менашше ырыуының яртыһына Йушағ: 13 – Раббы ҡоло Мусаның һеҙгә бойороҡ биреп әйткән һүҙҙәре иҫегеҙҙәме? Ул һеҙгә: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә тыныс тормош бүләк итә һәм ошо ерҙәрҙе бирҙе», – тип әйткәйне. 14-15 Әлегә һеҙҙең ҡатындарығыҙ, бала-сағағыҙ һәм мал-тыуарығыҙ ошонда, Иордан йылғаһының биръяғында, Муса һеҙгә биргән ерҙә ҡалһын, ә һеҙ, яугирҙәр, ҡоралланып, ҡәрҙәштәрегеҙ алдынан барығыҙ. Раббы һеҙгә биргән шикелле, уларға ла тыныс тормош биргәнсе, уларға булышығыҙ. Улар Аллағыҙ Раббы биргән ерҙе яулап алғас, һеҙ әйләнеп ҡайтырһығыҙ һәм Иордандың көнсығышында Раббы ҡоло Муса һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе төйәк итерһегеҙ. 16 Улар Йушағҡа былай тине: – Һин ҡушҡандың бөтәһен дә үтәрбеҙ. Һин ҡайҙа бойорһаң, шунда барырбыҙ. 17 Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын. 18 Нимә генә ҡушма, үтәрбеҙ, һине тыңламаған һәм бойороғоңа буйһонмаған һәр кем үлемгә дусар булыр. Бары үҙең генә ныҡ һәм ҡыйыу бул! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia