Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 60 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдең данлы киләсәге

1 Ҡалҡ та нур сәс, Сөнки яҡтылығың килде, Өҫтөңдә Раббы шөһрәте балҡыны.

2 Донъяны – ҡараңғылыҡ, Халыҡтарҙы ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплап алыр. Ә һинең өҫтә Раббы нур сәсер, Даны баш осоңда балҡыр.

3 Ҡәүемдәр – һинең яҡтылығыңа, Батшалар өҫтөңдә балҡыған нурға киләсәк.

4 Раббы былай ти: «Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ, Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк.

5 Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.

6 Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.

7 Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.

8 Кем һуң былар, болот һымаҡ оса, Ояларына яҡынлашҡан күгәрсен тубылай елә?

9 Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора, Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә. Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына, Исраилдың изге Аллаһы хаҡына, Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә, Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә. Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде.

10 Сит-яттар диуарҙарыңды төҙөр, Батшалары һиңә хеҙмәт итер. Асыуланғанымда һине язалаһам да, Инде илтифат ҡылып, шәфҡәтемде күрһәтәм.

11 Ҡапҡаларың һәр саҡ асыҡ торор, Көндөҙ ҙә, төндә лә ябылмаҫ; Шул ҡапҡаларҙан ҡәүемдәр байлыҡтарын алып килер, Уларҙы батшалары килтерер.

12 Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.

13 Ливандың даны булған кипарис, ҡарағай, платан ағастары, Изге торлағымды матурлар өсөн, һиңә ташылыр. Аяҡ баҫҡан урынымды шулай данға күмәсәкмен.

14 Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.

15 Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.

16 Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.

17 Һиңә баҡыр урынына – алтын, Тимер урынына – көмөш, Ағас урынына – баҡыр, Таштар урынына тимер килтерермен. Именлекте – идарасың, Дөрөҫлөктө күҙәтсең итеп ҡуйырмын.

18 Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.

19 Инде көндөҙ яҡтылығың ҡояш булмаҫ, Ай ҙа һиңә нурын бирмәҫ; Раббы – һинең мәңгелек яҡтыртҡысың, Аллаң һинең шөһрәтең буласаҡ.

20 Һинең ҡояшың байымаҫ, айың йәшеренмәҫ, Сөнки Раббы Үҙе һинең мәңгелек нурың буласаҡ, Йәшле көндәрең шулай тамам булыр.

21 Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.

22 Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan