Ишағыяһ 47 - Изге ЯҙмаБабилдың түбәнһетелеүе 1 «Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр. 2 Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис. 3 Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын». 4 Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе, Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! 5 Раббы былай ти: «Халдей ҡыҙы, Ҡараңғыға олаҡ та шым ғына ултыр. Сөнки бынан ары һине „Батшалыҡтар хакимәһе“ тип йөрөтмәҫтәр. 6 Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең. 7 „Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең. 8 Гел рәхәттә аман йәшәгән ҡыҙ, Эсеңдән генә: „Мин генә, минән башҡаһы юҡ; Бер ваҡытта ла тол ҡалмам, бала ҡайғыһы күрмәм“, – тигәйнең. Хәҙер инде тыңла. 9 Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың. 10 Яуызлығыңа таяндың; „Мине һис кем күрмәй“, – тинең. Һине аҡылың менән белемең юлдан яҙҙырҙы. „Мин генә, минән башҡа юҡ“, – тип уйланың. 11 Бәлә килер – арбай алмаҫһың, Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең. Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың. 12 Әйҙә, йәш сағыңдан шөғөлләнгән Сихырҙарың менән маташ, Әпсен-төпсөндәреңде ташлама, Бәлки берәй нәмәгә һин ирешерһең, Бәлки берәйһен ҡурҡыта алырһың. 13 Кәңәштәрҙән йонсоп бөттөң инде. Әйҙә, күкте күҙәтеүселәр һәм йондоҙсолар, Яңы айға ҡарап юраусылар килеп, Башыңа төшкән ҡазаларҙан ҡотҡарһын. 14 Ана, улар һалам кеүек: Ут уларҙы яндырып юҡ итер. Үҙҙәрен дә ялҡындан ҡотҡара алмаҫтар. Йылынырлыҡ ҡуҙ түгел был, Алдында ултырырлыҡ ут түгел. 15 Кемдәр менән йәштән бергә эшләнең, сауҙа ҡорҙоң, Һәммәһе лә үҙ юлына китер, һине ҡотҡарыусы булмаҫ». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia