Ишағыяһ 42 - Изге ЯҙмаРаббы ҡоло 1 «Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер. 2 Ул ҡысҡырмаҫ, тауышын күтәрмәҫ, Урамдарҙа өнө-тыны ишетелмәҫ. 3 Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ; Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр. 4 Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул. Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә». 5 Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти: 6-7 «Мин, Раббы, һине Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән саҡырҙым, Һине етәкләрмен, хәстәрләрмен. Һуҡырҙарҙың күҙен асыр өсөн, Зиндандағы әсирҙәрҙе, Ҡараңғыла ултырған тотҡондарҙы сығарыр өсөн Һине халыҡҡа – килешеүемдең билдәһе, Ҡәүемдәргә яҡтылыҡ нуры итермен. 8 Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм. 9 Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты. Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм. Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм». Раббыға маҡтау йыры 10 Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ! 11 Сүллек һәм сүллектәге ҡалалар, Ҡыдар халҡы йәшәгән төбәктәр геүләшһен. Селала йәшәүселәр тантана итһен, Тау түбәләренән ауаз һалһын. 12 Һәммәһе лә Раббыны данлаһын, Уны яр буйындағы илдәр ҙә маҡтаһын! 13 Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер. 14 «Күп замандар тауыш сығарманым, Түҙҙем, сабыр иттем. Инде тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ҡысҡырам; Тыным бөтөп, йотлоғоп һулыш алам. 15 Тауҙарҙы, ҡалҡыулыҡтарҙы ҡоротормон, Ундағы бар йәшеллек кибәсәк. Йылғаларҙы утрауҙарға әйләндерермен, Күлдәрҙе киптерермен. 16 Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам. 17 Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр, Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр, Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр». Исраилдың һабаҡ алмауы 18 «Һаңғырауҙар, ишетегеҙ! Эй һуҡырҙар, ҡарағыҙ, күрегеҙ! 19 Ҡолом ҡәҙәр бүтән һуҡыр бармы? Ебәргән илсем һымаҡ һаңғырау бармы? Мин һайлағандар шикелле һуҡыр бармы? Бармы һуҡыр Раббының ҡололай? 20 Күп нәмәләр күрҙең, тик иғтибарға алманың; Ҡолағың асыҡ ине, тик ишетмәнең». 21 Үҙенең хаҡлығын раҫлар өсөн Раббы Үҙ ҡанунын бөйөк һәм данлы итергә теләне. 22 Әммә был халыҡ таланған һәм иҙелгән, Соҡорҙарға ырғытылған, зиндандарға бикләнгән. Табышҡа әйләнгәндәр, ҡотҡарыусы юҡ. Таланғандар, «Кире бир!» – тип әйтеүсе юҡ. 23 Ҡайһығыҙ ошоға ҡолаҡ һалыр, Киләсәктә кем иғтибар менән тыңлар? 24 Яҡуп нәҫелен, Исраилды талаусыға, Юлбаҫарҙар ҡулына кем тотторҙо? Раббы Үҙе түгелме ни? Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ; Исраил халҡы Уның юлынан барырға теләмәне, Ҡанунына ҡолаҡ һалманы. 25 Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia