Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 40 - Изге Яҙма


Раббы халҡына йыуатыу һүҙҙәре

1 «Йыуатығыҙ халҡымды, – ти Аллағыҙ, – Йыуатығыҙ!

2 Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».

3 Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!

4 Уйһыу ерҙәр күтәрелһен, Тау һәм ҡалҡыулыҡтар түбәнәйһен, Бормалы юлдар турайһын, Һикәлтәләр тигеҙләнһен.

5 Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы Үҙ ауыҙы менән шулай тине».

6 Тауыш: «Иғлан ит!» – тине. Һораным: «Нимә иғлан итәйем?» «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, Уның бөтә матурлығы – ялан сәскәһеләй.

7 Раббы һулышын өрһә, Үлән ҡорой, сәскә һулый. Хаҡ, кеше лә ана шул үлән шикелле.

8 Үлән ҡорой, сәскә һулый, Ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге буласаҡ».


Раббы менән кем тиңләшә ала?

9 Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»

10 Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә, Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер. Бүләге Үҙе менән, Алдынан әжере килә,

11 Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.

12 Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған?

13 Раббының Рухына кем юл күрһәткән, Уға кәңәшсе булып кем өйрәткән?

14 Аҡыл алыр, хаҡлыҡҡа өйрәнер өсөн Кемдән Ул кәңәш һораған? Кем Раббыға белем биргән, Зирәклек юлын күрһәткән?

15 Раббы өсөн ҡәүемдәр – биҙрәләге тамсы һыу, Үлсәүҙәге саң бөртөгө кеүек. Бына, утрауҙарҙы Ул туҙан бөртөгөләй күтәрә!

16 Ҡорбандарҙы яндырырға Ливан урмандары ла етерлек түгел, Уға тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Ундағы хайуандар ҙа аҙ.

17 Раббы алдында бөтә халыҡтар бер ни түгел, Юҡтан да аҙ, буп-буш.

18 Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?

19 Һөнәрсе ҡойған ботҡамы? Көмөшсө уға алтын ялатыр, Уның өсөн көмөш сылбыр ҡойор.

20 Бындайға хәленән килмәгән ярлы Серемәй торған ағас һайлап алыр, Урынында ҡыймылдамаҫлыҡ бот яһар өсөн Оҫта һөнәрсе эҙләр.

21 Әллә белмәй инегеҙме? Ишетмәнегеҙме? Һеҙгә баштан уҡ әйтелмәнеме? Ер нигеҙе нисек ҡуйылғанын аңламанығыҙмы ни?

22 Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.

23 Түрәләрҙе Ул юҡҡа сығара, Донъя хакимдарын бушҡа әйләндерә.

24 Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ: Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була, Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла, Дауыл һалам кеүек осороп алып китә.

25 «Мине кем менән сағыштырырһығыҙ? Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге.

26 Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.

27 Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин: «Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең? Эй Исраил халҡы, ниңә: «Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең?

28 Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.

29 Ул арығанға көс бирер, Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр.

30 Хатта йәштәр ҙә арый, талсыға; Егеттәр ҙә абынып йығыла.

31 Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan