Ишағыяһ 32 - Изге ЯҙмаХаҡлыҡ һәм ғәҙеллек батшалығы 1 Шулай булыр: батша хаҡлыҡта хакимлыҡ ҡылыр, Түрәләр ғәҙеллек менән етәкселек итер. 2 Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор. 3 Шул саҡ күргәндәрҙең күҙе томаланмаҫ, Ишеткәндәрҙең ҡолағы тыңлар. 4 Томаланған зиһен асылып китер, Тотлоҡҡандар еңел һәм асыҡ һөйләшер. 5 Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр. 6 Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй, Күңеле яуызлыҡты үҙ итә, Иманһыҙ эштәр ҡыла, Раббы хаҡында ялған тарата, Астарҙың ризығын тартып ала, Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра. 7 Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор. 8 Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор. Хөкөм һәм ҡотҡарыу 9 Эй вайымһыҙ йәшәгән ҡатындар, Тороғоҙ, тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ! Эй ғәмһеҙ ҡыҙҙар, әйткән һүҙемде тыңлағыҙ! 10 Бер йылдан саҡ ҡына күберәк үткәс, Ҡотоғоҙ осасаҡ, ҡайғыһыҙҙар! Сөнки йөҙөм йыйыу мәле етмәҫ, Емеш-еләктең уңышы булмаҫ. 11 Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ. 12-13 Гүзәл баҫыуҙарҙы, Мул емешле йөҙөм баҡсаларын, Халҡымдың ерен ҡыҙғанып әрнегеҙ, Ул ерҙә сәнскәк менән билсән генә үҫәсәк, Шат ҡаланың бәхетле өйҙәре өсөн илағыҙ! 14 Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк. 15 Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер. 16 Ул саҡта был сүлдә ғәҙеллек урынлашыр, Хаҡлыҡ уңдырышлы тупраҡта төйәкләнер. 17 Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр. 18 Халҡым именлек тулы өйҙәрҙә, Хәүефһеҙ, рәхәт ерҙәрҙә йәшәр. 19 Урмандарға боҙ-борсаҡ яуһа ла, Ҡала ер менән тигеҙләнһә лә, 20 Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia