Ишағыяһ 30 - Изге ЯҙмаМысыр түгел, Раббы ҡотҡара 1 «Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр. 2 Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар. 3 Әммә фирғәүендең яҡлауы уларға хурлыҡ, Мысыр күләгәһенә һыйыныу оят килтерер. 4 Башлыҡтарының Соғанға, Илселәренең Ханесҡа барып етеүенә ҡарамаҫтан, 5 Үҙҙәренә файҙаһы теймәгән халыҡ арҡаһында оятҡа ҡалырҙар. Был халыҡтың ни ярҙамы, ни файҙаһы булмаҫ, Бары оятҡа һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡтар». 6 Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар. 7 Мысыр ярҙамынан файҙа сыҡмаҫ, бушҡа булыр. Шуға күрә Мин Мысырҙы: „Шым ғына ултырған Раһав“ тип атаным». 8 Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын. 9 Улар фетнәсел халыҡ, алдаҡсы балалар! Раббы ҡанунына ҡолаҡ һалырға Теләмәгән балалар улар. 10 Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, – 11 Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ». 12 Шуға күрә Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙ Минең һүҙҙәремде кире ҡаҡтығыҙ, Золомға, ялғанға өмөтләнеп, шуларға таяндығыҙ. 13 Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр. 14 Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык, Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр». 15 Раббы Хаким, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Миңә ҡайтып тыныс йәшәһәгеҙ, ҡотолорһоғоҙ; Һеҙҙең көсөгөҙ – тыныслыҡта һәм өмөттә. Тик быны эшләргә теләмәйһегеҙ. 16 „Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр. 17 Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр». 18 Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле! 19 Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы, Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ! Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр. Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер. 20 Бөйөк Хаким һеҙгә хәсрәт икмәге ашатһа ла, Ғазап һыуы эсерһә лә, Ул – Остазығыҙ – инде һеҙҙән йәшеренмәҫ, Остазығыҙҙы үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ. 21 Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ. 22 Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ. 23 Раббы тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер. Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр. 24 Тупраҡ эшкәрткән үгеҙ-ишәктәрегеҙ Һәнәк-көрәк менән елгәрелгән, Тоҙ һибелгән ем ашар. 25 Ошо көндө, оло ҡырылыш, манаралар ҡолаған көндө, Һәр тауҙан, һәр бер түбәнән Шишмәләр, ташҡын һыуҙар ағып төшөр. 26 Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр. Раббының Ашшурҙы язалаясағы 27 Ҡара, Раббының исеме йыраҡтан килә! Асыуы дөрләп яна, ялҡыны көслө, Ауыҙынан нәфрәт эркелә, Ә теле – гүйә бар нәмәне ялмап юҡ иткән ут. 28 Һулышы – ярҙарынан сыҡҡан ташҡын кеүек, Һыуы кешенең боғаҙына етә. Ул ҡәүемдәрҙе иләктән үткәрер, яраҡһыҙҙарын айырыр. Халыҡтарҙың ауыҙына юлдан яҙҙырыусы ауыҙлыҡ кейҙерер. 29 Ә һеҙ изге байрам кисендәге кеүек йырларһығыҙ. Раббы тауына, Исраилдың Ҡаяһына табан, Һыбыҙғы уйнатып сыҡҡан һымаҡ, Бөтә йөрәктән шатланырһығыҙ. 30 Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер. 31 Раббы тауышынан Ашшур ҡурҡып ҡалыр, Раббының таяғынан туҡмалыр. 32 Раббының уларға яза таяғы менән һәр һуҡҡаны Дөңгөр һәм арфа ауаздары тарафынан оҙатылыр. Шулай Ул Ашшурға ҡаршы ҡул күтәрер – Улар менән һуғышыр. 33 Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia