Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 26 - Изге Яҙма


Һөйөнөс йыры

1 Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.

2 Асығыҙ ҡаланың ҡапҡаларын, Тоғро ҡалған ғәҙел ҡәүем эскә инһен.

3 Һин, Раббы, рухы ныҡ булғандарға Камил именлек бирерһең, Сөнки улар Һиңә өмөт бағлай.

4 Һеҙ Раббыға һәр саҡ инанығыҙ, Сөнки ЙәһүәАлла – мәңгелек Ҡаябыҙ.

5 Ул бейектә йәшәгәндәрҙе йығыр, Юғарылағы ҡаланы ҡолатыр. Уны ер менән тигеҙләр, саңға батырыр.

6 Ул ҡала аяҡ аҫтында ҡалыр, Ярлы-фәҡирҙең аяғы, Хәйерсенең табан аҫтында тапалыр».

7 Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.

8 Ысынлап та, ҡануның буйынса йәшәп, Йә Раббы, Һиңә өмөт бағлайбыҙ. Һинең исемеңде иҫкә алыу – Беҙҙең йөрәгебеҙҙең теләге.

9 Төнөн йәнем Һиңә сарсай, Рухым бар булмышым менән Һине эҙләй. Сөнки ерҙә хөкөмөң бар саҡта Донъяла йәшәүселәр ғәҙеллекте белер.

10 Залимға мәрхәмәт күрһәтелһә лә, Ул ғәҙеллеккә өйрәнмәҫ. Дөрөҫлөк хөкөм һөргән ерҙә яуызлыҡ ҡылыр, Раббының бөйөклөгөн ул күрмәҫ.

11 Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.

12 Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың; Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең.

13 Эй Раббы Аллабыҙ, Һинән башҡа хужалар беҙгә хакимлыҡ итте, Әммә беҙ фәҡәт Һинең исемеңде таныйбыҙ.

14 Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.

15 Һин халыҡты ишәйттең, йә Раббы, Халыҡты күбәйтеп, Үҙеңде данланың, Илдең барлыҡ сиктәрен киңәйттең.

16 Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.

17 Тулғаҡ тотҡан ҡатын нисек ғазаплана, һыҡтай, Беҙ ҙә хозурыңда шулай булдыҡ, Раббы!

18 Ауырға ҡалдыҡ, ғазап сиктек, Тыуҙырғаныбыҙ ел генә булып сыҡты. Ни донъяға еңеү килтерә алманыҡ, Ни донъяла йәшәргә һис кемде тыуҙырманыҡ.

19 Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.

20 Эй халҡым, өйөңә ҡас, ишегеңде биклә. Раббының асыуы күпкә түгел, Ул үткәнсе генә йәшенеп тор.

21 Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan