Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 25 - Изге Яҙма


Раббыға маҡтау йыры

1 Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.

2 Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.

3 Шуға ҡеүәтле халыҡтар Һине данлар, Аяуһыҙ ҡәүемдәрҙең ҡалалары ҡурҡып торор.

4 Һин ярлы өсөн – һыйыныс, Ауыр ваҡытта фәҡиргә – ҡәлғә, Ғәрәсәттә – ышыҡ, эҫелә күләгә булдың. Сөнки залимдарҙың һулышы – Диуарға ҡаҡлыҡҡан ҡойон һымаҡ.

5 Ҡоролоҡтағы томраны болот күләгәһе нисек баҫа, Сит халыҡтарҙың ярһыуын шулай баҫтың, Яһилдарҙың маҡтансыҡ йырҙарын томаланың.


Раббы әҙерләгән тантана

6 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.

7 Был тауҙа бөтә халыҡтарҙың өҫтөндәге япманы, Бар ҡәүемдәр өҫтөнә ябылған ҡорманы алып ташлар.

8 Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.

9 Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»

10 Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.

11 Ул батып барған кешеләй Бар көсө менән сығырға маташһа ла, Ҡулын һуҙыуҙан һис файҙа булмаҫ, Раббы уның ғорурлығын түбәнһетер.

12 Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар, Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan