Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 20 - Изге Яҙма


Ишағыяһ – Мысыр менән Кушҡа киҫәтеүсе билдә

1 Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды.

2 Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө.

3 Шунан Раббы былай тине: – Ҡолом Ишағыяһтың өс йыл яланғас һәм ялан аяҡ йөрөүе Мысыр менән Куштың яҙмышын белдереүсе билдә һәм ғибрәт ул.

4 Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.

5 Шул сағында Кушҡа өмөт бағлаған, Мысыр менән маҡтанған кешеләрҙең ҡоттары осор һәм улар оятҡа ҡалыр.

6 Ул көндә был яҡ ярҙа йәшәгәндәр: «Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотолор өсөн беҙ ярҙам һораған, өмөт бағлағандарҙың башына нимәләр килде! Инде беҙ нисек ҡотолорбоҙ икән?» – тиерҙәр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan