Ишағыяһ 17 - Изге ЯҙмаАрам менән Исраил тураһында пәйғәмбәрлек 1 Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк. 2 Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр. Унда көтөү-көтөү малдар ятыр, Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ. 3 Әфраимда нығытмалы ҡала ҡалмаясаҡ. Дамасктың батшалығы юҡ буласаҡ. Арамдың иҫән ҡалған халҡы Исраилдарҙың даны һымаҡ бөтәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти. 4 «Ул көндө Яҡуп нәҫеленең даны һүрелер, Һимеҙ тәне тире лә һөйәккә тороп ҡалыр. 5 Игенсе баҫыуҙы нисек урһа, Башаҡтарын ҡулы менән нисек йыйһа, Шулай Рефалар үҙәнендәураҡтан һуң башаҡтарҙынисек сүпләһә, 6 Зәйтүн ағасын һелкеткәндән һуң Иң башында ике-өс бөртөк ҡалған һымаҡ, Суҡ ботаҡта дүрт-биш емеш ҡалған һымаҡ Бик аҙ кеше иҫән ҡалыр». Исраилдың Аллаһы Раббы шулай тип белдерә. 7 Кеше ул көндө ҡарашын үҙен Яратыусыға йүнәлтер, күҙҙәрен Исраилдың Изгеһенә төбәр. 8 Үҙ ҡулдары менән яһаған ҡорбан усаҡтарына, Ашераның ҡолғаларына, хуш еҫ төтәткән ҡорбан усаҡтарына әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. 9 Ул көн Исраилдың нығытылған ҡалалары, урман һәм тау баштары кеүек, буп-буш ҡалыр. 10 Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да, 11 Улар ултыртҡан көндө үк үҫеп сыҡһа ла, Иртәгәһенә сәскә атһа ла, Уңалмаҫ йәрәхәттәр алған хәсрәт көнөңдә Уңышың юҡҡа сығасаҡ. 12 Аһ, күмәк халыҡ шаулаша, Ҡоторған диңгеҙҙең олоуына оҡшаш! Ҡәүемдәр ташҡын һыу һымаҡ шаулай, 13 Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар. 14 Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа, Таң атыуға юҡ булырҙар. Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы, Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia