Ишағыяһ 15 - Изге ЯҙмаМоав еренең һәләк булыуы 1 Моав тураһында әүлиәлек. Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды; Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды. 2 Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған. 3 Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға. 4 Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле, Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә. Шуға ла Моав яугирҙәре илаша, Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған. 5 Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр. 6 Сөнки Нимрим һыуҙары ҡороған, Кипкән болон, көйгән үлән, Һис бер йәшеллек ҡалмаған. 7 Шуға күрә халыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрен Талдар үҙәненең аръяғына ташый. 8 Һыҡтауҙары бөтә Моав илендә яңғырай; Илаған тауыштар Әглаимға, Беер-Әлимгә олғашты. 9 «Бына Димон һыуы ҡанға тулды, Әммә әле Мин Димонға яңы ҡаза әҙерләнем, – ти Раббы. – Моавтан ҡасып китеп ҡотолған, Илдә иҫән ҡалғандар өҫтөнә Арыҫлан һөстөрәсәкмен!» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia