Ишағыяһ 14 - Изге ЯҙмаИсраилдарҙың үҙ иленә ҡайтыуы 1 Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар. 2 Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар. Бабил батшаһы тураһында мәсхәрәле йыр 3 Раббы һеҙҙе ҡайғы-ғазаптарҙан, ҡурҡыуҙан, ауыр эштән ҡотҡарған көндө, 4 Бабил батшаһын мыҫҡыллап, ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең: «Бына иҙеүсе нисек дөмөктө, Залимлыҡтың ахыры етте! 5 Раббы яуыздарҙың күҫәген, Хакимдарҙың таяғын һындырҙы! 6 Ҡотороноп, ул таяҡ халыҡтарҙы туҡтауһыҙ туҡмай, Ярһып, ҡәүемдәрҙе аяу белмәй иҙә, Рәхимһеҙ эҙәрләй ине. 7 Хәҙер иһә бөтә донъя кинәнеп ял итә, Шатланып йырлай. 8 Хатта кипаристар ҡыуана һәләкәтеңә, Ливан кедрҙары ла шатлана: „Инде һин соҡорҙа ятаһың, Беҙҙе бер кем дә ҡырҡырға килмәҫ“, – тиҙәр. 9 Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы. 10 Һәммәһе һиңә өндәшеп, әйтер: „Һин дә беҙҙең кеүек көсһөҙ хәҙер, Хас та беҙгә оҡшап ҡалдың!“ 11 Шөһрәтең лира ауаздары менән бергә Үлеләр донъяһына төштө. Селәүсендәр – аҫтыңдағы түшәк, Өҫтөңдәге япмаң – ер ҡорттары хәҙер. 12 Эй һин, балҡыу йондоҙ, таң улы, Нисек күктән ҡолап төштөң? Эй һин, ҡәүемдәрҙе еңеүсе, Ергә төшөп, селпәрәмә килдең. 13 Эсеңдән әйткән инең: „Күккә ашырмын, Тәхетемде Алланың йондоҙҙарынан да юғарыраҡ ҡуйырмын, Алыҫ төньяҡта, илаһтар йыйылған тауҙа ултырырмын, 14 Болоттарҙан да өҫкәрәк менермен, Юғарыларҙан Юғарыға тиң булырмын“. 15 Әммә һин үлеләр донъяһына, Упҡындың тәрәнлегенә ырғытылдың. 16-17 Һине күргән һәр кем, текләп ҡарап, былай уйлар: „Ер һелкетеп, батшалыҡтарҙы дер ҡалтыратып торған, Донъяны бушлыҡҡа әйләндереп, ҡалаларҙы ергә тигеҙләгән, Әсирҙәрҙе өйҙәренә ҡайтармаған әҙәм ошомо инде?“ 18 Ҡәүемдәрҙең батшалары, барыһы ла, Ҡәҙер-хөрмәттә ерләнеп, Һәр береһе үҙ кәшәнәһендә ята. 19 Ә һин, ҡырҡып ташланған ботаҡтай, Ҡәбереңдән тышҡа ырғытылдың. Таш соҡорға бырғалған мәйеттәр, Ҡылыстан тураҡланған мәйеттәр, Һинең кәфенең булырҙар. Мәйетең аяҡ аҫтына һалып тапалыр. 20 Илеңде харап итеп, халҡыңды ҡырған өсөн Башҡа батшалар һымаҡ ерләнмәйәсәкһең. Яуыздар тоҡомо башҡа мәңге иҫкә алынмаһын. 21 Аталарының енәйәтенә күрә Уның улдарын салырға урын әҙерләгеҙ. Улар ҡалҡып, донъяға хужа булмаһын, Ер йөҙөн ҡалалары менән тултырмаһын». 22 «Бабил батшаһына ҡаршы ҡалҡасаҡмын». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә. «Бабилдың исемен, иҫән ҡалған халҡын, Нәҫел-нәсәбен юҡ итәсәкмен, – ти Раббы. – 23 Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм, Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә. Ашшур ғәскәренең һәләк булыуы 24 Ант итеп әйтә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Мин нисек ниәтләгәнмен, һис шикһеҙ шулай буласаҡ, Ҡайһылай ҡарар ҡылғанмын, мотлаҡ ғәмәлгә ашасаҡ. 25 Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ. 26 Бар донъяға ҡарата ҡорған ниәтем, Ҡәүемдәргә ҡаршы күтәрелгән ҡулым – ошо». 27 Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр? Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр? Алланың пелештиҙәрҙе язалаясағы 28 Ахаз батша үлгән йылды шундай әүлиәлек булды: 29 «Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр. 30 Ул сағында ярлының иң ярлыһы ла ашап туйыр, Хәйерселәр рәхәтләнеп йәшәр. Әммә һеҙҙең зат-зәүерҙе аслыҡтан ҡоротасаҡмын, Иҫән ҡалғандарығыҙ ҙа үлтерелер. 31 Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай». 32 Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер? «Раббы Сиондың нигеҙен нығытты, Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia