Иҫәп алыу 4 - Изге ЯҙмаҠыһаҫ улдарының вазифаһы 1 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: 2 – Левиҙәр араһынан Ҡыһаҫ тоҡомоноң 3 утыҙ йәштән илле йәшкә тиклемге эшкә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡ, улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итер. 4 Ҡыһаҫ тоҡомоноң Осрашыу сатырындағы хеҙмәте иң изге әйберҙәрҙе хәстәрләүҙән ғибәрәт булыр. 5 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар. 6 Йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, өҫтөнә тағы ла зәңгәр йәймә ҡапларҙар һәм күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы дүңгәләктәргә кейҙереп ҡуйырҙар. 7 Изге икмәк өҫтәленә зәңгәр йәймә ябырҙар һәм уға тәрилкәләр, төтәҫләгес һауыттар, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр ҡуйырҙар, унда даими килтерелә торған икмәк тә торорға тейеш. 8 Шунан уларға ҡып-ҡыҙыл йәймә ябырҙар, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ҡапларҙар һәм ҡолғаларҙы урындарына ҡуйырҙар. 9 Зәңгәр йәймә менән шәмдәл һәм майшәмдәрҙе, ҡыҫҡыс һәм һоҫҡоларҙы, май һауыттарын ҡаплаһындар. 10 Шунан бының өҫтөнән йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябып артмаҡҡа тейәрҙәр. 11 Алтын ҡорбан усағына ла зәңгәр йәймә, өҫтөнән йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, ҡолғаларын урындарына ҡуйырҙар. 12 Изге сатырҙа ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланыла торған бөтә кәрәк-яраҡты зәңгәр йәймәгә төрөрҙәр, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ябырҙар һәм быларҙы ла артмаҡҡа һалырҙар. 13 Ҡорбан усағын көл-ҡоромдан таҙартып, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йәймә менән көпләрҙәр. 14 Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләрен һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар. 15 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш. 16 Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек икмәк саҙаҡаһы менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр. 17 Муса менән Һарунға Раббы былай тине: 18 – Леви ырыуына ҡараған Ҡыһаҫ нәҫеленең юҡҡа сығыуына юл ҡуя күрмәгеҙ, 19 иң изге әйберҙәргә яҡынлашҡанда һәләк булып ҡуймаһындар өсөн бына нимә эшләгеҙ: Һарун менән улдары үҙҙәре эскә инеп, уларҙың һәммәһенә башҡараһы хеҙмәтен һәм күтәрергә тейешле әйберҙәрҙе тәғәйенләһен. 20 Әммә Ҡыһаҫ улдары үҙҙәре инеп изге нәмәләргә яҡын килмәһен, хатта күҙ һирпеп тә ҡарамаһын, юҡһа харап ителерҙәр. Гершон улдарының вазифаһы 21 Артабан Раббы Мусаға былай тине: 22-23 – Гершон нәҫеленән дә утыҙ йәштән иллегә тиклемге эшкә яраҡлыларҙы ғаиләләре, нәҫел-нәсәбе буйынса һанап сыҡ, Осрашыу сатырында хеҙмәт итерҙәр. 24 Хеҙмәтте үтәгәндә һәм йөктәрҙе ташып йөрөткәндә Гершон нәҫеленең вазифалары түбәндәгеләр булыр: 25 улар сатырҙың шаршауҙарын, Осрашыу сатырын, уның япмаһын, өҫкө йоҡа итеп эшкәртелгән күн япманы, сатырға инә торған урындағы ҡорманы, 26 ихата шаршауҙарын, сатыр менән ҡорбан усағын уратып алған ихатаға инә торған урындағы ҡорманы, бауҙарҙы, хеҙмәт өсөн бөтә кәрәк-яраҡты йөрөтөргә; шуларға бәйле бөтә эштәрҙе башҡарырға тейеш. 27 Гершон улдарының бөтә хеҙмәте – йөк ташыумы, башҡа эштәрме – Һарун менән уның улдары күрһәтмәһе буйынса башҡарылһын. Һеҙ уларға был йөктө тапшыраһығыҙ һәм улар уның өсөн яуап бирә. 28 Гершон нәҫеленең Осрашыу сатырындағы хеҙмәте шуларҙан ғибәрәт булыр; улар вазифаларын Һарун улы Иҫамар ҡаһин күҙәтеүе аҫтында башҡарыр. Мерари улдарының вазифаһы 29-30 Мерари нәҫеленән дә утыҙ йәштән иллегә тиклемге эшкә яраҡлыларҙы ғаиләләре, нәҫел-нәсәбе буйынса һанап сыҡ, Осрашыу сатырында хеҙмәт итерҙәр. 31 Уларҙың Осрашыу сатырындағы хеҙмәте түбәндәгеләрҙән ғибәрәт булыр: сатырҙың рамдарын, һайғауҙарын, бағаналарын, төптәрен, 32 ихатаның бөтә яғындағы бағаналары менән төптәрен, ҡаҙыҡтарын, бауҙарын, хеҙмәт өсөн башҡа бөтә кәрәк-ярағын улар күтәреп йөрөтөр. Һәр ҡайһыһы нимә күтәрергә тейешлеген исемләп белһен. 33 Мерари нәҫеленең Осрашыу сатырындағы вазифалары ошолар булып, уларҙы Һарун улы Иҫамар ҡаһин күҙәтеүе аҫтында башҡарырҙар. Левиҙәрҙе иҫәпкә алыу 34-35 Муса менән Һарун йәмғиәт башлыҡтары менән бергә Ҡыһаҫ нәҫеленең утыҙҙан илле йәшкә тиклем булған һәм Осрашыу сатыры хеҙмәтенә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡты. 36 Ҡыһаҫ нәҫеленән бөтәһе ике мең ете йөҙ илле кеше ошо иҫәпкә инде. 37 Раббы Муса аша биргән күрһәтмә буйынса Муса менән Һарун һанаған һәм Осрашыу сатырындағы хеҙмәткә тәғәйенләнгәндәрҙең һаны шулай булды. 38-39 Гершон тоҡомонан да утыҙҙан илле йәшкә тиклемгеләрҙең Осрашыу сатыры хеҙмәтенә яраҡлылары нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса иҫәпләнде. 40 Нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса уларҙың һаны ике мең алты йөҙ утыҙ булды: 41 Гершон нәҫеленән Раббы ҡушыуы буйынса Муса менән Һарун Осрашыу сатыры хеҙмәтенә индергәндәрҙең һаны был. 42-43 Мерари тоҡомонда ла утыҙҙан алып илле йәшкә тиклемгеләрҙән Осрашыу сатырындағы хеҙмәткә яраҡлылар нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса һаналды. 44 Нәҫелдәре буйынса улар бөтәһе өс мең ике йөҙ булды. 45 Мерари нәҫеленән иҫәпкә алынған кешеләрҙең дөйөм һаны шулай ине. Уларҙы Раббы ҡушыуы буйынса Муса менән Һарун һананы. 46 Шулай итеп, Муса, Һарун һәм дә Исраил башлыҡтары левиҙәрҙе нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса 47 утыҙҙан алып илле йәшкә тиклемгеләре араһынан Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, уны күтәреп йөрөтөргә яраҡлыларын һанап сыҡты; 48 ундайҙар бөтәһе һигеҙ мең биш йөҙ һикһән булды. 49 Муса уларҙы Раббы бойороғо буйынса иҫәпләне; һәр ҡайһыһына эш һәм күтәрергә йөк билдәләнде. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, бөтәһе лә шулай эшләнде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia