Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 35 - Изге Яҙма


Левиҙәргә бирелгән ҡалалар

1 Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраилдарға бойороҡ бир, мөлкәт итеп алған биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар, ҡалалар тирәләй көтөүлектәр бүлһендәр:

3 ҡалалар уларға йәшәр өсөн, көтөүлектәр уларҙың мал-тыуары, көтөүҙәре һәм башҡа хайуандары өсөн булыр.

4 Ҡалалар янында левиҙәргә бирелергә тейешле көтөүлектәр ҡала диуарынан алып һәр яҡҡа ла меңәр терһәккә һуҙылырға тейеш.

5 Ҡала көтөүлек уртаһында ҡалырлыҡ итеп, уның диуарынан көнсығышҡа, көньяҡҡа, көнбайышҡа һәм төньяҡҡа икешәр мең терһәк ер үлсәп сик билдәләгеҙ – ҡала тирәһендәге был ерҙәрҙә левиҙәрҙең көтөүлектәре булыр.


Һыйыныу ҡалалары

6 Левиҙәргә һеҙ бирәһе ҡалаларҙан алтауһы һыйыныу өсөн булыр – кеше үлтереүселәргә һеҙ шунда ҡасырға рөхсәт итерһегеҙ. Левиҙәргә был алтауҙан тыш тағы ла ҡырҡ ике ҡала бирегеҙ.

7 Шулай итеп, левиҙәргә көтөүлектәр менән бергә һеҙ бирергә тейешле ҡалалар бөтәһе ҡырҡ һигеҙ булыр.

8 Исраилдар биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар биргәндә ҙурыраҡ ырыуҙарҙан – күберәк, бәләкәйерәгенән аҙыраҡ бирегеҙ. Һәр ырыу, ниндәй биләмә алыуынан сығып, левиҙәргә үҙ ҡалаларынан өлөш бирһен.

9 Раббы Мусаға былай тине:

10 – Исраилдарға иғлан ит: Иорданды кисеп Ҡәнғән еренә сыҡҡас,

11 яңылыштан кеше үлтергән кешеләр ҡаса алһын өсөн, һыйыныу ҡалалары һайлап алығыҙ.

12 Әҙәм үлтергән кеше йәмғиәт алдында хөкөмгә баҫтырылғанға тиклем харап ителеп ҡуймаһын өсөн ҡан өсөн ҡан тип үс алыусынан ҡасып торорға ошо ҡалаларығыҙ булыр.

13 Һыйыныу өсөн һеҙ бирергә тейешле ҡалалар алтау булһын:

14 өс ҡаланы Иордандың был яғынан, өсәүһен Ҡәнғән ерендә бирегеҙ. Улар һыйыныу ҡалалары булыр.

15 Яңылыштан кеше үлтергән һәр кем – исраилдар ҙа, килмешәктәр ҙә, йәшәргә индерелгән бүтән әҙәмдәр ҙә – был алты ҡалаға һыйына алыр.

16 Әгәр берәү тимер ҡорал менән икенсе берәүгә һуҡһа һәм уны үлтерһә, ул – кеше үлтереүсе: ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.

17 Әгәр ҙә берәү кешене үлтерерлек ҙур таш менән берәйһенә һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.

18 Әгәр берәйһе икенсе берәүгә кеше үлтерерлек ағас ҡорал менән һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.

19 Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.

20 Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә,

21 йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала.

22 Берәү берәүҙе дошманлашмаҫтан яңылыш төртһә йәки уға яман уйһыҙ берәй әйбер ташлаһа,

23 йәки күрмәйенсә берәйһе өҫтөнә кеше үлтерерлек таш төшөрһә, әммә араларында дошманлыҡ һәм яуыз ниәт булмаһа, ә быныһы үлһә,

24 ул сағында йәмғиәт үлтереүсе менән ҡан өсөн үс алыусы бәхәсен ошо күрһәтмәләр буйынса хәл итергә тейеш.

25 Йәмғиәт үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусы ҡулынан араларға һәм уны ул ҡасҡан һыйыныу ҡалаһына ҡайтарырға тейеш, үлтереүсе бында изге май менән мәсехләнгән баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә тейеш.

26 Әгәр үлтереүсе ҡасҡан һыйыныу ҡалаһынан ситкә сыҡһа,

27 ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ,

28 сөнки үлтереүсе һыйыныу ҡалаһында баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә, баш ҡаһиндың вафатынан һуң ғына үҙ биләмәһенә ҡайтырға тейеш.

29 Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ошолар быуындан-быуынға ҡарар һәм ҡағиҙәләр булһын.

30 Әгәр берәйһе икенсе берәүҙе үлтерһә, ул шаһиттар һүҙенә ҡарап үлем язаһына дусар ителһен. Әммә үлемгә хөкөм итер өсөн бер генә шаһит етмәй.

31 Үлем язаһына лайыҡ булған үлтереүсенең йәне өсөн йолом алмағыҙ, сөнки ул үлемгә дусар ителергә тейеш.

32 Һыйыныу ҡалаһына ҡасҡан кеше баш ҡаһиндың вафатына тиклем үҙ еренә ҡайтып йәшәй алһын өсөн йолом алмағыҙ.

33 Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.

34 Үҙегеҙ көн иткән, Мин һеҙҙең арала йәшәгән ерҙе нәжесләргә тейеш түгелһегеҙ, сөнки Мин, Раббы, исраилдар араһында йәшәйем.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan