Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 33 - Изге Яҙма


Мысырҙан Иордан йылғаһына тиклем үткән юл

1 Муса менән Һарун етәкселегендә сиреү-сиреү булып Мысыр еренән сыҡҡан исраилдар түбәндәге урындарға туплам ҡороп урынлашты.

2 Муса, Раббы бойорғанса, уларҙың сәфәрҙәге туплам ҡорған урындарын теркәп барҙы. Туплам урындары түбәндәгесә.

3 Беренсе айҙың ун бишенсе көнөндә, Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә, исраилдар бөтә Мысырҙың күҙ алдында ҡыйыу атлап Рағмесестан юлға төштө.

4 Ул ваҡытта мысырҙар Раббы һәләк иткән бөтә беренсе булып тыуған улдарын ерләй ине – был Раббының уларҙың аллалары өҫтөнән хөкөм ҡылыуы булды.

5 Исраилдар Рағмесестан шулай сығып китте һәм Суккоҫта туплам ҡорҙо.

6 Суккоҫтан киткәс, сүл ситендәге Эҫамда туплам ҡорҙолар.

7 Эҫамдан китеп, артҡа, Бәғел-Сефон алдындағы Пи-Һахироҫҡа табан боролдолар һәм Мигдол ҡаршыһында сатыр ҡороп урынлаштылар.

8 Пи-Һахироҫтан киткәс, диңгеҙ аша сүллеккә үттеләр ҙә Эҫам сүле буйлап өс көн барҙылар, шунан Марала туплам ҡорҙолар.

9 Маранан китеп, Элимға килделәр. Бында ун ике шишмә һәм етмеш төп хөрмә ағасы бар ине, шунда урынлаштылар.

10 Элимдан китеп, Ҡамышлы диңгеҙ ярында туҡтанылар.

11 Ҡамышлы диңгеҙҙән китеп, Син сүленә килеп урынлаштылар.

12 Син сүленән китеп, Дофҡала урынлаштылар.

13 Дофҡанан китеп, Алушта урынлаштылар.

14 Алуштан китеп, Рефидимда туҡтанылар, бында халыҡҡа эсәр һыу юҡ ине.

15 Рефидимдан китеп, Синай сүлендә урынлаштылар.

16 Синай сүленән киткәс, Ҡивроҫ-Һаттауала урынлаштылар.

17 Ҡивроҫ-Һаттауанан китеп, Хасироҫта урынлаштылар.

18 Хасироҫтан китеп, Риҫмала урынлаштылар.

19 Риҫманан китеп, Риммон-Пәрәстә урынлаштылар.

20 Риммон-Пәрәстән китеп, Ливнала урынлаштылар.

21 Ливнанан китеп, Риссала урынлаштылар.

22 Риссанан китеп, Ҡыһылаҫала урынлаштылар.

23 Ҡыһылаҫанан китеп, Шәфәр тауы янында урынлаштылар.

24 Шәфәр тауынан китеп, Харадала урынлаштылар.

25 Хараданан китеп, Маҡһылоҫта урынлаштылар.

26 Маҡһылоҫтан китеп, Тахаҫта урынлаштылар.

27 Тахаҫтан китеп, Терахта урынлаштылар.

28 Терахтан китеп, Миҫкала урынлаштылар.

29 Миҫканан китеп, Хашмонала урынлаштылар.

30 Хашмонанан китеп, Мосероҫта урынлаштылар.

31 Мосероҫтан китеп, Бене-Яғаҡанда урынлаштылар.

32 Бене-Яғаҡандан китеп, Хор-Һаггидгадта урынлаштылар.

33 Хор-Һаггидгадтан китеп, Йотбаҫала урынлаштылар.

34 Йотбаҫанан китеп, Ғавронала урынлаштылар.

35 Ғавронанан китеп, Ғәсйон-Ғәвәрҙә урынлаштылар.

36 Ғәсйон-Ғәвәрҙән китеп, Цин сүлендә, йәғни Ҡадешта, урынлаштылар.

37 Ҡадештан китеп, Эдом ерҙәре сигендә Һор тауы янында урынлаштылар.

38 Һарун ҡаһин Раббы ҡушыуы буйынса Һор тауына күтәрелде һәм исраилдарҙың Мысыр еренән сығыуының ҡырҡынсы йылында, бишенсе айҙың беренсе көнөндә, вафат булды.

39 Һор тауында мәрхүм булғанында Һарунға йөҙ ҙә егерме өс йәш ине.

40 Шул саҡта Ҡәнғәндәге Ғарадтың Негевта йәшәгән батшаһы исраилдар килә ятҡанын ишетте.

41 Исраилдар Һор тауынан Салмонаға барып урынлашты.

42 Салмонанан Пунонға барып урынлаштылар.

43 Пунондан Овоҫҡа барып урынлаштылар.

44 Овоҫтан Моав сигендәге Ғийе-Һағаваримға барып урынлаштылар.

45 Ғийе-Һағаваримдан китеп, Дивон-Ғадҡа барып урынлаштылар.

46 Дивон-Ғадтан китеп, Ғалмон-Дивлаҫаимға барып урынлаштылар.

47 Ғалмон-Дивлаҫаимдан китеп, Нево алдындағы Ғаварим тауҙарында урынлаштылар.

48 Ғаварим тауҙарынан Иордан буйына барып, Моав тигеҙлегендә, Йерихо ҡаршыһында туплам ҡороп урынлаштылар.

49 Улар Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Бейт-Йешимоҫтан Авел-Шиттимгә тиклем арала туҡталды.


Нәҙер ителгән ерҙе биләү хаҡында ҡағиҙә

50 Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында саҡта Раббы Мусаға былай тине:

51 – Исраилдарға шуны еткер: «Иорданды кисеп, Ҡәнғән еренә сыҡҡас,

52 ундағы бөтә халыҡты ҡыуығыҙ, биҙәкле таштарын, ҡойолма илаһтарын юҡ итегеҙ, табыныу ҡалҡыулыҡтарын туҙҙырығыҙ.

53 Ерҙәрен биләгеҙ һәм шунда урынлашығыҙ, сөнки Мин уны милек итеп һеҙгә бирәм.

54 Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.

55 Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ.

56 Шул саҡта Мин уларға ҡаршы нимә ҡылырға ниәт итһәм, шуны һеҙгә ҡылырмын».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan