Иҫәп алыу 32 - Изге ЯҙмаЕр бүлешеү 1 Рәүвән менән Ғад тоҡомдарының мал-тыуары ғәйәт күп ине. Яғзер менән Ғилғәд ерҙәренең көтөү йөрөтөүгә яраҡлы икәнен күргәс, 2 Ғад менән Рәүвән улдары Муса менән Әлғазар ҡаһинға һәм йәмғиәт башлыҡтарына килеп: 3 – Ғатароҫ менән Дивон, Яғзер менән Нимра, Хешбон менән Әлғәле, Севам менән Нево һәм дә Беғон – 4 Исраил йәмғиәте өсөн Раббы яулаған ерҙәр – көтөү йөрөтөргә яраҡлы, ә беҙ ҡолдарыңдың мал-тыуары бар бит, – тинеләр. 5 Шунан дауам иттеләр: – Әгәр күңелеңә хуш килһәк, шул биләмәләрҙе мөлкәт итеп беҙ ҡолдарыңа бирсе, Иордан аша сығарма беҙҙе. 6 Муса Ғад менән Рәүвән улдарына былай тине: – Туғандарығыҙ яуға китер, ә һеҙ бында ҡалырһығыҙмы? 7 Ниңә һеҙ исраилдарҙың Раббы бирәсәк ергә барыу теләген һүндерәһегеҙ? 8 Мин Ҡадеш-Барнеағтан шул ерҙәрҙе ҡарарға тип атайҙарығыҙҙы ебәргәс, улар ҙа шулай иткәйне: 9 Әшкол үҙәненә барып еттеләр, Раббы уларға бирергә вәғәҙә иткән ерҙе күрҙеләр, ләкин исраилдарҙы унда барыуҙан кире һүрҙеләр. 10 Шул көндө Раббының асыуы ялҡынланды, 11 Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне. 12 Ул ергә ҡынизи Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағ ҡына барып етер, сөнки улар Раббыға ысын күңелдән эйәрҙе», – тип ант итте. 13 Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө. 14 Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ. 15 Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ. 16 Рәүвән һәм Ғад улдары, Муса эргәһенә килеп, былай тине: – Бында беҙ кәзә-һарығыбыҙға аҙбарҙар һәм балаларыбыҙға ҡалалар төҙөрбөҙ. 17 Үҙебеҙ иһә ҡоралланырбыҙ ҙа исраилдарҙы тәғәйен ерҙәренә еткергәнсе алдарынан барырбыҙ, ә балаларыбыҙ, был ерҙәге сит халыҡтарҙан хәүеф-хәтәр күрмәһен өсөн, нығытылған ҡалаларҙа ҡалыр. 18 Исраилдар үҙ биләмәләренә эйә булғансы өйҙәребеҙгә ҡайтмабыҙ. 19 Беҙ улар менән бергә Иордандың аръяғында биләмә алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең биләмәләр – бында, Иордандың көнсығыш тарафында. 20 Муса уларға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Әгәр ысынлап та әйткәнегеҙҙе эшләһәгеҙ, ҡоралланып, Раббы алдында яуға барһағыҙ, 21 бөтә яугирҙәрегеҙ Раббы хозурында Иордан аръяғына сығып, Ул Үҙенең дошмандарын ҡырып бөткәнсе, 22 ил Раббыға буйһонғансы алышһа, ул сағында боролоп ҡайтырһығыҙ. Шунда һеҙҙең Раббы алдында ла, Исраил йәмғиәте алдында ла бурысығыҙ үтәлгән булыр һәм был ерҙәр Раббы күҙендә һеҙҙең биләмәләрегеҙ булып иҫәпләнер. 23 Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ. 24 Балаларығыҙға ҡалалар, кәзә-һарығығыҙға аҙбарҙар ҡороғоҙ, телегеҙ менән әйткәнде эшләгеҙ. 25 Ғад менән Рәүвән улдары Мусаға былай тине: – Хакимыбыҙ нисек бойорһа, беҙ ҡолдарың шуны үтәр. 26 Балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, көтөүҙәребеҙ һәм бөтә мал-тыуарыбыҙ Ғилғәд ҡалаларында ҡалыр. 27 Беҙ ҡолдарың иһә, бөтөнөбөҙ ҡоралланып, хакимыбыҙ әйткәнсә, Раббы хозурында һуғышҡа сығыр. 28 Муса улар тураһында бойороғон Әлғазар ҡаһинға, Нун улы Йушағҡа, Исраил ырыуҙары башлыҡтарына еткерҙе. 29 Уларға Муса былай тине: – Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ. 30 Әгәр инде һеҙҙең менән беренсе рәттәрҙә һуғышҡа бармаһалар, ул сағында әйҙә үҙҙәренең биләмәләре, һеҙҙең биләмәләр һымаҡ, Ҡәнғәндә булыуы менән ҡәнәғәтләнһендәр. 31 Ғад менән Рәүвән улдары былай тип яуап бирҙе: – Раббы һинең ҡолдарыңа ни тип бойорған, беҙ шуны эшләрбеҙ. 32 Беҙ, ҡоралланып, Раббы алдында, Ҡәнғән еренә барырбыҙ, ә беҙҙең биләмәләр Иордандың был яғында булһын. 33 Муса Ғад менән Рәүвән улдарына, Йософ улы Менашше ырыуының яртыһына ҡалалары, тирә-яҡ ерҙәре менән бергә әмөриҙәрҙең батшаһы Сихон батшалығын, Башандың Ғоғ батшалығын бирҙе. 34 Ғад улдары нығытылған Дивон һәм Ғатароҫ, Ғароғер, 35 Ғатароҫ-Шофан, Яғзер, Йогбеһа, 36 Бейт-Нимра һәм Бейт-Һаран ҡалаларын төҙөнө һәм малдарына ҡуралар һалды. 37 Рәүвән улдары Хешбон, Әлғәле, Ҡиръяҫаим, 38 Нево һәм Бәғел-Меғон ҡалаларын – быларға икенсе исем ҡушылды – һәм Сивманы ҡабаттан төҙөнө, үҙҙәре торғоҙған ҡалаларға яңы исемдәр бирҙе. 39 Менашше улы Махирҙың тоҡомдары Ғилғәдкә китте, уны алды һәм унда булған әмөриҙәрҙе ҡыуып сығарҙы. 40 Муса Ғилғәдте Менашше улы Махирға бирҙе, һәм улар шунда төйәкләнде. 41 Менашшеның улы Яир был төбәктә ауылдар биләне һәм уларҙы Яир ауылдары тип атаны. 42 Новах та Ҡынаҫ менән уға буйһонған ауылдарҙы алды, Ҡынаҫты үҙенең исеме менән Новах тип атаны. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia