Иҫәп алыу 3 - Изге ЯҙмаҠаһиндар һәм Леви ырыуы тураһында 1 Раббы Синай тауында Муса менән һөйләшкән дәүерҙәрҙә, Һарун менән Мусаның нәҫелендә түбәндәгеләр ине. 2 Һарундың улдары: Надав – баш бала, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар. 3 Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары. 4 Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы ҡаршыһына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн үлгәйне. Уларҙың балалары юҡ ине. Әлғазар менән Иҫамар аталары Һарун эргәһендә ҡаһин булып ҡалды. 5 Раббы Мусаға былай тине: 6 – Леви ырыуын килтер ҙә Һарун ҡаһин алдына баҫтыр – уға ярҙам итһендәр. 7 Һарун һәм бөтә йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеп, левиҙәр Осрашыу сатырында бөтә эштәрҙе башҡарһын. 8 Улар бөтә Исраил халҡы өсөн Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бар әйберҙәргә яуаплы булһындар һәм барлыҡ эштәрҙе башҡарһындар. 9 Левиҙәрҙе Һарун менән уның улдары ҡарамағына бир – улар бөтә исраилдар араһынан тулыһынса Һарундың ҡул аҫтында булһын. 10 Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер. 11 Раббы Мусаға тағы былай тине: 12 – Мин һәр Исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке, 13 сөнки бөтә беренсе булып тыуғандар – Минеке. Мысыр ерендәге баш балаларҙы юҡ иткән сағымда, Исраилда кешенән алып мал-тыуарғаса барлыҡ беренсе булып тыуғандарҙы Үҙемә айырып алдым. Улар Минеке буласаҡ. Мин – Раббы. 14 Раббы Синай сүлендә Мусаға былай тине: 15 – Левиҙәрҙе ғаиләләре, нәҫелдәре буйынса һанап сыҡ. Бер айлыҡтан алып бөтә ир затын иҫәпкә ал. 16 Муса Раббы бойороғон үтәне, нисек ҡушылһа, шулай һананы. 17 Леви улдарының исемдәре – Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. 18 Гершон улдары: Ливни, Шимғи һәм уларҙың нәҫелдәре. 19 Ҡыһаҫ улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил һәм уларҙың нәҫелдәре. 20 Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар. 21 Гершондан Ливни менән Шимғи нәҫелдәре таралды. Был – Гершон нәҫеле. 22 Гершон нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған бөтә ир заттарының һаны ете мең биш йөҙ булды. 23 Гершон нәҫеле сатырҙарын Изге сатыр артында көнбайышҡа табан ҡорорға тейеш. 24 Гершон нәҫеленең башлығы Лаил улы Әлъясаф булды. 25-26 Осрашыу сатыры, уның өҫкө япмалары, инә торған урындағы ҡорма һәм сатыр менән ҡорбан усағын уратҡан ихатаның шаршауҙары, ихатаға инә торған урындағы ҡорма, бауҙар, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт Гершон улдары яуаплылығына тапшырылды. 27 Ҡыһаҫтан Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил нәҫелдәре таралды. Былар – Ҡыһаҫ нәҫеле. 28 Ҡыһаҫ нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған ир заттарының һаны һигеҙ мең алты йөҙ булды. Улар Изге урын өсөн яуаплы ине. 29 Ҡыһаҫ нәҫеле Изге сатырҙан көньяҡта урынлашырға тейеш ине. 30 Ҡыһаҫ нәҫелдәренең башлығы – Ғуззиил улы Әлисафан. 31 Килешеү һандығы, өҫтәл, шәмдәл, ҡорбан усаҡтары, ғибәҙәт хеҙмәтендә тотонола торған изге һауыт-һаба, пәрҙә, барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт улар яуаплылығына тапшырыла. 32 Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор. 33 Мерариҙан Махли менән Муши нәҫелдәре таралды, улар – Мерари нәҫеле. 34 Мерари нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған бөтә ир заттарының һаны алты мең ике йөҙ сыҡты. 35 Мерари нәҫелдәренең башлығы Авихаил улы Суриил булды. Улар Изге сатырҙан төньяҡта урынлашырға тейеш ине. 36-37 Изге сатырҙың рамдары менән һайғауҙары, бағаналары, төптәре, бөтә кәрәк-ярағы һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт, шулай уҡ ихатаның бөтә яғындағы бағаналары, төптәре, ҡаҙыҡтары, бауҙары Мерари улдары яуаплылығына тапшырыла. 38 Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш. 39 Муса менән Һарун, Раббы бойорғанса, нәҫелдәре буйынса левиҙәрҙе һанап сыҡты, улар араһында бер айлыҡтан алып бөтә ир заттарының һаны егерме ике мең булды. 40 Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарҙың бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балаларын һана ла исемлек төҙө. 41 Исраилдарҙың бөтә беренсе булып тыуған улдары урынына – левиҙәрҙе, ә исраилдарҙың беренсе булып тыуған мал-тыуары урынына левиҙәрҙең мал-тыуарын Миңә айырып ал. Мин – Раббы. 42 Раббы нисек бойорған булһа, Муса шулай эшләне: исраилдарҙың бөтә беренсе булып тыуған улдарын һанап сыҡты, 43 бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балалар һаны егерме ике мең ике йөҙ етмеш өс булды. 44 Раббы Мусаға былай тине: 45 – Исраил улдарының бөтә баш балалары урынына – левиҙәрҙе, уларҙың малы урынына левиҙәрҙең малын ал. Левиҙәр Минеке буласаҡ. Мин – Раббы. 46 Исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балаларының һаны левиҙәр һанынан ике йөҙ етмеш өскә артыҡ. Ошо балалар урынына 47 һәр йән башына изге шекелгә күрә бишәр шекел көмөш ал. Бер шекелдә егерме гера иҫәпләнә. 48 Был көмөштө левиҙәрҙең һанынан артҡандар өсөн йолом итеп Һарун менән уның улдарына бир. 49 Муса левиҙәр менән алмаштырылғандар һанынан артҡан кешеләр өсөн йолом көмөшө алды. 50 Исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балаларынан изге шекелгә күрә бөтәһе бер мең өс йөҙ алтмыш биш шекел йыйылды. 51 Раббы бойороғо буйынса Муса йолом көмөшөн Һарун менән уның улдарына бирҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia