Иҫәп алыу 24 - Изге Яҙма1 Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо. 2 Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла рухы иңде һәм 3 ул пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй. 4 Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне: 5 „Эй Яҡуп нәҫеле, сатырҙарың, Эй Исраил, торлаҡтарың ниндәй күркәм! 6 Йәйрәп ятҡан йәшел үҙән кеүек улар, Йылға буйындағы баҡсаларҙай, Раббы ултыртҡан йөҙйәшәр ҡыуаҡлығы Һыу буйындағы кедр урманылай. 7 Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер. 8 Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда, Дошман булған халыҡтарҙы ашап бөтә, Һөйәктәрен уларҙың онтаҡлай, Уғы менән ҡырып һала. 9 Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“» 10 Балаҡтың Билғамға асыуы ҡабарҙы, ул ҡулын ҡулға һуғып былай тине: – Мин һине дошмандарымды ҡарғарға саҡырҙым, ә һин бына өсөнсө тапҡыр инде уларҙы фатихалайһың. 11 Ана бара юлың, ҡәҙер-хөрмәт итергә теләгәйнем, ләкин һине Раббы ундай хөрмәттән мәхрүм итте! 12-13 Билғам иһә Балаҡҡа: – Ебәргән илселәреңә: «Балаҡ миңә йорто тулы алтын-көмөшөн бирһә лә, изгелек ҡылыу өсөн дә, яманлыҡ ҡылыу өсөн дә үҙ ихтыярым менән Раббы әмерен аша атлап сыға алмайым. Раббы ни бойорһа, тик шуны ғына һөйләрмен», – тип әйтмәнемме ни? 14 Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине. Билғамдың дүртенсе тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе 15 Билғам йәнә пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй, 16 Алла һүҙҙәрен ишеткән һөйләй, Юғарыларҙан Юғарының ихтыярына эйәргән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күрһәткәнде күргән зат һөйләй, Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ әҙәмдең һүҙе: 17 „Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер. 18 Дошманы Эдом баҫып алыныр, Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр, Исраил көсәйгәндән көсәйер. 19 Яҡуп нәҫеленән сыҡҡан кеше хаким булыр, Ҡалаларҙа тере ҡалғандарҙы юҡ итер“». Билғамдың һуңғы тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе 20 Шунан һуң Билғам Ғәмәлек халҡына ҡараны ла пәйғәмбәрлек ҡылып әйтте: «Ҡәүемдәр араһында ғәмәлек – беренсе, Тик уны ла көтә һәләкәт». 21 Артабан ул ҡыниҙарға күҙ төшөрҙө лә улар хаҡында пәйғәмбәрлек итте: «Торлағың ныҡ һинең, Ояң ҡаяла ҡоролған. 22 Ләкин туҙҙырылырһың һин Ҡаин халҡы, Ашшур һине әсирлеккә алып киткәс». 23 Шунан пәйғәмбәрлек һүҙен әйтте: «Аһ, Алла ошоларҙы ғәмәл ҡылғас, Кемдәр генә иҫән ҡалыр икән? 24 Киттимдән караптар килер, Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар; Тик уларға ла һәләкәт килер!» 25 Шунан Билғам тороп тыуған иленә ҡайтырға сыҡты, Балаҡ та үҙ юлына китте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia