Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 23 - Изге Яҙма


Билғамдың беренсе тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе

1 Билғам Балаҡка былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.

2 Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне. Улар һәр усаҡта берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһен ҡорбан итеп яндырҙы.

3 Билғам Балаҡка: – Һин яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин китәйем, бәлки, Раббы ҡаршыма сығыр. Ул нимә тиһә, шуны һиңә килеп әйтермен, – тине. Унда Билғам бер яланғас ҡалҡыулыҡ башына менде.

4 Унда Алла Билғам менән осрашты. Билғам Уға былай тине: – Ете ҡорбан усағы ҡорҙом, һәр ҡайһыһына берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһе ҡуйҙым.

5 Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо.

6 Бына Билғам әйләнеп килде. Балаҡ менән Моав башлыҡтары яндырылған ҡорбан янында тора ине.

7 Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.

8 Алла ләғнәтләмәгәнде, Мин нисек ләғнәтләйем? Раббы ҡарғамағанға Нисек ҡарғыш һалайым?

9 Ҡая баштарынан күрәм уны, Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға: Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй, Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай.

10 Ҡом бөртөгөләй күмәк Яҡуп нәҫелен кем һанап сығыр? Исраилдың дүртенсе өлөшөн кем иҫәпләй алыр? Үлһәм ине намыҫлылар үлеме менән, Ахырым уларҙыҡылай булһа ине!»

11 Балаҡ Билғамға: – Ни эшләйһең һин минең менән? Мин һине дошманымды ҡарғаһын тип саҡырҙым, ә һин уны фатихалайһың, – тине.

12 Билғам: – Раббы телемә һалғанды мин һүҙмә-һүҙ еткерергә тейеш түгелме ни? – тип яуап бирҙе.


Билғамдың икенсе тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе

13 Балаҡ уға: – Әйҙә, башҡа урынға барайыҡ, шунан уларҙы күрерһең, тик тотош түгел, бер өлөшөн генә. Шунан тороп, ул халыҡты минең өсөн ҡарғарһың, – тине лә,

14 уны Писга тауы түбәһенә, бағауыл торған урынға, алып китте. Унда ете ҡорбан усағы ҡорҙо, һәр береһендә берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.

15 Билғам Балаҡҡа былай тине: – Һин ошонда яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин барып Алла менән осрашайым.

16 Раббы Билғам менән осрашты ла, теленә тәғәйен һүҙҙе һалып, былай тине: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер.

17 Билғам кире килгәндә, Балаҡ Моав башлыҡтары менән бергә яндырылған ҡорбан эргәһендә тора ине. Балаҡ унан: – Раббы нимә тине? – тип һораны.

18 Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине: «Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы.

19 Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?

20 Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым, Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым.

21 Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.

22 Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда.

23 Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.

24 Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».

25 Балаҡ Билғамға былай тине: – Улайһа һин уны ҡарғама ла, фатихалама ла.

26 Билғам Балаҡҡа: – Раббы ни ҡуша, шуны эшләрмен тип әйтмәнемме ни мин һиңә? – тип яуап ҡайтарҙы.


Билғамдың өсөнсө тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе

27 Балаҡ Билғамға былай тине: – Әйҙә, һине башҡа урынға алып барам, бәлки, Аллаға хуш булып, шунан тороп ҡарғарһың теге халыҡты?

28 Балаҡ Билғамды Йешимон сүленә ҡарап торған Пеғор тауы башына алып менеп китте.

29 Билғам Балаҡҡа былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.

30 Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне, һәр ҡорбан усағында берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan