Иҫәп алыу 20 - Изге ЯҙмаҠадештағы ваҡиғалар 1 Беренсе айҙа бөтә Исраил йәмғиәте Цин сүленә килеп етте һәм Ҡадешта туҡталды. Шунда Мирйәм вафат булды, уны Ҡадешта ерләнеләр. 2 Бында халыҡ өсөн һыу юҡ ине, шуға күрә бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар. 3 Халыҡ Мусаны былай тип ғәйепләне: – Уф, беҙ ҙә теге саҡта, туғандарыбыҙ һымаҡ, Раббы ҡаршыһында үлгән булһаҡсы! 4 Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни? 5 Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙә, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ! 6 Муса менән Һарун халыҡ эргәһенән Осрашыу сатырына табан йүнәлде, унда сәждәгә йығылды. Бына шул саҡ алдарында Раббы шөһрәте пәйҙә булды. 7 Раббы Мусаға былай тине: 8 – Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең. 9 Раббы ни бойорһа, Муса шуны эшләне, ҡулына таяғын алды. 10 Муса менән Һарун халыҡты ҡая янына йыйҙы. – Эй фетнәселәр, һеҙгә ошо ҡаянан һыу сығарайыҡмы? – тип һораны ул халыҡтан. 11 Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте. 12 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ. 13 Был һыу Мерива тип аталды, сөнки уның янында исраилдар Раббыға дәғүә белдерҙеләр, Раббы иһә уларға мөҡәддәслеген күрһәтте. Эдом батшаһының исраилдарға үтергә рөхсәт бирмәүе 14 Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты: – Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең. 15 Ата-бабаларыбыҙ Мысырға күскәйне. Унда беҙ бик оҙаҡ йәшәнек. Мысыр халҡы ата-бабаларыбыҙ менән дә, беҙҙең менән дә насар мөғәмәлә итте. 16 Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала. 17 Беҙгә ерең аша үтергә рөхсәт ит, зинһар. Баҫыуҙарығыҙ һәм йөҙөм баҡсаларығыҙ аша үтмәбеҙ, ҡоҙоҡтарығыҙҙан һыу эсмәбеҙ, Батша юлы буйлап ҡына барырбыҙ. Ерҙәреңде уҙып киткәнсе уңға ла, һулға ла ҡайырылмабыҙ. 18 Эдом батшаһы риза булманы: – Ерем аша үтмә, юғиһә ҡаршығыҙға ҡылыс менән сығырбыҙ, – тине. 19 Исраил халҡы уға: – Беҙ оло юл буйлап ҡына барырбыҙ. Әгәр үҙебеҙ һәм дә малыбыҙ һыуыңды эсһәк, хаҡын түләрбеҙ. Йәйәүләп кенә үтербеҙ, һис бер зыян килтермәбеҙ, – тип инәлде. 20 Эдом батшаһы күнмәне: – Үтмә минең еремдән, – тине һәм күп һанлы көслө ғәскәрен исраилдарҙың юлына арҡыры сығарып ҡуйҙы. 21 Шулай итеп, Эдом халҡы исраилдарға үҙ ерҙәре аша үтергә рөхсәт бирмәне, һәм исраилдар икенсе яҡтан китергә булды. Һарундың вафаты 22 Бөтә Исраил йәмғиәте Ҡадештан сыҡты ла Һор тауына килде. 23 Раббы Муса менән Һарунға Һор тауында, Эдом ерҙәре сигендә, былай тине: 24 – Һарундың үлеп, ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ. 25 Һарун менән уның улы Әлғазарҙы эйәртеп, Һор тауына мен. 26 Һарундың ҡаһин кейемдәрен систереп, Әлғазарға кейҙер. Һарун шунда вафат булыр һәм ата-бабалары менән ҡауышыр. 27 Муса Раббы бойорғанса эшләне. Бар йәмғиәт алдында Һор тауына киттеләр. 28 Муса, Һарундың кейемдәрен систереп, улы Әлғазарға кейҙерҙе. Һарун шунда тау башында вафат булды. Муса менән Әлғазар тауҙан төштө. 29 Бөтә йәмғиәт Һарундың донъя ҡуйғанын белде. Тотош Исраил халҡы утыҙ көн буйына Һарун өсөн ҡайғырып илашты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia