Иҫәп алыу 16 - Изге ЯҙмаҠорахтың Муса менән Һарунға ҡаршы фетнәһе 1 Леви улы Ҡыһаҫтан тыуған Исһарҙың улы Ҡорах һәм Рәүвән нәҫеленән Әлиав улдары Даҫан менән Авирам, Пәләҫ улы Он 2 Мусаға ҡаршы баш күтәрҙе. Уларға Исраил йәмғиәтенән ике йөҙ илле ир – йәмғиәт башлыҡтары, дәрәжәле кешеләр – ҡушылды. 3 Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр. 4 Быны ишетеп, Муса йөҙтүбән ергә ҡапланды. 5 Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине. 6 – Ә һеҙ, Ҡорах һәм дә уның яҡлылар, бына нимә эшләгеҙ: һәммәгеҙ төтәҫләгес алығыҙ, 7 иртәгә шуға ҡуҙ, ҡуҙ өҫтөнә Раббы хозурында хуш еҫле матдәләр һалығыҙ. Раббы кемде һайлаһа, шул изге булыр. Етер һеҙгә, Леви улдары! 8 Муса Ҡорахҡа былай тип тә әйтте: – Леви улдары, тыңлағыҙ әле: 9 Исраил Аллаһының һеҙҙе Исраил йәмғиәтенән айырып алғаны, Раббы сатырында хеҙмәт итһен, Раббы йәмғиәте алдында уға хеҙмәттә булһын тип, һеҙҙе Үҙенә яҡынайырға рөхсәт иткәне етмәйме ни? 10 Ул һине, һинең менән бергә бөтә ағай-энеңде, Леви нәҫелен, Үҙенә яҡынайтты, ә һеҙ тағы ҡаһинлыҡ даулай башланығыҙ. 11 Һин бит әле үҙең яҡлылар менән бергә Раббының Үҙенә ҡаршы сыҡтың. Һарун кем ул, уға ҡаршы һөйләнергә? 12 Муса Әлиав улдары Даҫан менән Авирамды саҡыртырға ҡушты, ләкин былар килеүҙән баш тартты: 13 – Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең! 14 Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа! 15 Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине. 16 Муса Ҡорахҡа былай тине: – Иртәгә һин үҙең һәм һине яҡлап сыҡҡан бөтә кеше Раббы ҡаршыһына баҫығыҙ, Һарун да шунда булыр. 17 Һәр берегеҙ төтәҫләгесегеҙҙе алығыҙ, уға һумала-майҙар һалығыҙ. Һәр кем үҙ төтәҫләгесен Раббы ҡаршыһына килтерһен, ике йөҙ илле төтәҫләгес булһын, һин дә үҙ төтәҫләгесеңде алып кил. Һарун да үҙ төтәҫләгесе менән килер. 18 Һәр кем үҙенең төтәҫләгесенә ҡуҙ, өҫтөнә хуш еҫле матдәләр һалды, шунан Осрашыу сатыры алдына килеп баҫты. Муса менән Һарун да килде. 19 Ҡорах Муса менән Һарунға ҡаршы үҙе яҡлыларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына йыйғас, бөтә йәмғиәт алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды. 20 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: 21 – Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм. 22 Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы. 23 Раббы Мусаға былай тине: 24 – Бөтә йәмғиәткә еткерегеҙ: Ҡорахтың, Даҫандың һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкә китһендәр. 25 Муса Даҫан менән Авирам эргәһенә йүнәлде, уның артынан Исраил аҡһаҡалдары эйәрҙе. 26 Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ. 27 Халыҡ Ҡорах, Даҫан һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкәрәк китте. Даҫан менән Авирам иһә ҡатындары, балалары һәм сабыйҙары менән сатырҙары алдына сығып баҫты. 28 Муса былай тине: – Хәҙер был эштәрҙе башҡарыр өсөн мине Раббы ебәргәнен, быларҙы үҙ ихтыярым менән эшләмәгәнемде белерһегеҙ. 29 Әгәр улар ҡәҙимге кеше шикелле вафат булһа, тәҡдирҙәре башҡа кешеләрҙеке кеүек булһа, тимәк, мине Раббы ебәрмәгән. 30 Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ. 31 Мусаның ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, тегеләр аҫтында ер ярылып китте. 32 Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто. 33 Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды. 34 Әйләнә-тирәлә торған бар исраилдар, быларҙың аҡырышҡанын ишетеп: – Ер беҙҙе лә йотоп ҡуймағайы, – тиешеп, ситкә ҡасты. 35 Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте. 36 Раббы Мусаға былай тине: 37 – Һарун улы Әлғазар ҡаһинға әйт, янғын урынында төтәҫләгестәрҙе, ҡуҙҙарын ситкә түгеп, йыйып алһын, сөнки улар изге. 38 Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар. 39 Әлғазар ҡаһин ут яндырған кешеләрҙең баҡыр төтәҫләгестәрен йыйып алды, уларҙы ҡорбан усағын көпләр өсөн табаҡ-табаҡ итеп сүкеп йәйҙеләр. 40 Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был. 41 Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды. 42 Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған. 43 Муса менән Һарун Осрашыу сатыры алдына килде. 44 Раббы Мусаға: 45 – Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды. 46 Муса Һарунға: – Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине. 47 Һарун йәһәт кенә Муса әйткәнде алды ла халыҡ яғына йүгерҙе, халыҡҡа үләт төшә башлағайны инде. Һарун хуш еҫле матдәләрҙе ҡуҙ өҫтөнә һалып, халыҡты пакландырыу йолаһын үтәне. 48 Ул тереләр менән үлеләр араһына баҫты – ҡырғын туҡталды. 49 Был үләттән, Ҡорах менән һәләк булғандарҙан тыш, ун дүрт мең ете йөҙ кеше һәләк булды. 50 Ҡырғын туҡталғас, Һарун Осрашыу сатыры ауыҙына Муса эргәһенә ҡайтты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia