Иҫәп алыу 15 - Изге ЯҙмаҠорбандар тураһында ҡағиҙәләр 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраилдарға шуны еткер: Мин һеҙгә төйәкләнер өсөн биргән ергә барып йәшәй башлағас, 3 эре йәки ваҡ малдан ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны, әйткән нәҙерҙе үтәү өсөн, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән, йәки байрам уңайынан килтерелә торған ҡорбанды алып килегеҙ. Был ҡорбандарҙың хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. 4 Раббы өсөн был ҡорбан мотлаҡ икмәк саҙаҡаһы менән бергә килтерелһен. Был саҙаҡа бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан бер өлөшөнә һалып болғатылған бер һин зәйтүн майының дүрттән бер өлөшөнән ғибәрәт. 5 Тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән һәр һарыҡ бәрәсе менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алығыҙ. 6 Ә һарыҡ тәкәһен ҡорбан иткәндә, уға өҫтәп, бер һин зәйтүн майының өстән бер өлөшөн һалып болғатҡан бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 7 Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ. 8 Нәҙерҙе үтәргә йәки татыулыҡ ҡорбанына Раббы өсөн тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбан итеп үгеҙ әҙерләһәң, 9 үгеҙ менән бергә, ярты һин зәйтүн майы һалып болғатылған бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан өс өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп, 10 түкмә ҡорбан булараҡ, ярты һин шарап килтер. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. 11 Үгеҙҙе, һарыҡ тәкәһен һәм һарыҡ йә кәзә бәрәсен ҡорбан итеп килтергәндә һәр ваҡыт шулай эшлә. 12 Ҡорбан килтергән һәр осраҡта ҡорбанлыҡ малының һанына ҡарап эшләгеҙ. 13 Исраил халҡынан булған һәр бер кеше Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ут ҡорбаны килтергәндә ошо ҡағиҙәләрҙе тотһон. 14 Әгәр берәй килмешәк йәки арағыҙҙа, йә киләсәк быуындарығыҙ араһында йәшәүселәрҙән берәйһе Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны килтерергә теләһә, һеҙҙең һымаҡ эшләһен. 15 Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ. 16 Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡанун да, йолалар ҙа бер. 17 Раббы Мусаға былай тине: 18 – Исраилдарға еткер: Мин алып бараһы ергә аяҡ баҫҡас, 19 ул ерҙең икмәген ашағанда Раббыға саҙаҡа бирегеҙ. 20 Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ. 21 Тәүге ҡамырҙан бешерелгән икмәк саҙаҡаһын быуындан-быуынға Раббыға бирегеҙ. Гонаһ өсөн ҡорбан 22-23 Әгәр ҙә һеҙ аңғармаҫтан Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙың берәйһен, Раббының Муса аша һеҙгә әйткән ниндәй ҙә булһа бойороғон Ул быны һеҙгә биргән көндән башлап быуындан-быуынға үтәмәйһегеҙ икән, бына нимә эшләргә кәрәк: 24 хата йәмғиәттең белмәүе арҡаһында эшләнһә, бөтә йәмғиәт Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп тейешле булған икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтерһен. 25 Ҡаһин бөтә исраилдар йәмғиәтен пакландырыу йолаһын үткәрһен, һәм улар ғәфү ителер, сөнки белмәйенсә хата эшләнеләр; шул хата өсөн улар Раббыға ут ҡорбаны һәм Раббы хозурында гонаһ ҡорбаны килтерҙеләр. 26 Барлыҡ Исраил йәмғиәте һәм улар араһында йәшәгән килмешәктәр ғәфү ителер, сөнки был бөтә халыҡтың хатаһы булғайны. 27 Кем дә булһа берәү аңғармаҫтан гонаһ ҡылһа, бер йәшлек кәзәне гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. 28 Ҡаһин Раббы алдында яңылыштан хата ебәргән кеше өсөн пакландырыу йолаһы үткәрер һәм был кеше ғәфү ителер. 29 Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын. 30 Әгәр ерле халыҡ йә килмешәктәр белә тороп яҙыҡ эшкә барһа, ул Раббыны хурлай булыр: ундайҙар халҡы араһынан ҡыуылырға тейеш, 31 сөнки Раббы һүҙен һанға һуҡмаған һәм Уның бойороғон үтәмәгән ул. Ундай кеше мотлаҡ ҡыуылһын, гонаһы үҙ өҫтөндә булыр. Шәмбе көнөнөң ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яза 32 Сүлдә саҡта исраилдар шәмбе көн утын йыйып йөрөгән берәүгә юлыҡты. 33 Шәмбе көн утын йыйып йөрөгән был әҙәмде Муса менән Һарун һәм бөтә йәмғиәт алдына тотоп килтерҙеләр. 34 Уның менән ни ҡылырға икәнлеге хәл ителмәгәнлектән, һаҡ аҫтына ултырттылар. 35 Раббы Мусаға былай тине: – Был кеше үлтерелергә тейеш. Уны тупламдан ситтә бөтә йәмғиәт таш бәреп үлтерһен. 36 Теге әҙәмде бөтә йәмғиәт тупламдан ситкә алып сыҡты ла, Раббы Мусаға ҡушҡанса, таш бәреп үлтерҙе. Кейемдәге суҡтар тураһында 37 Раббы Мусаға былай тине: 38 – Исраил халҡына еткер: быуындан-быуынға кейемегеҙҙең итәк осона суҡ тағып йөрөгөҙ, һәр суҡҡа зәңгәр йөн еп ҡушылһын. 39 Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ. 40 Ул саҡта Минең бөтә бойороҡтарымды иҫтә тотоп, ғәмәлгә ашырасаҡһығыҙ һәм Аллағыҙ хозурында изге булырһығыҙ. 41 Аллағыҙ булыр өсөн Мин һеҙҙе Мысыр еренән алып сыҡтым. Мин Аллағыҙ Раббымын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia