Иҫәп алыу 13 - Изге ЯҙмаҠәнғәнгә күҙәтселәр ебәреү 1 Ошонан һуң халыҡ, Хасироҫтан китеп, Паран сүлендә туҡтаны. 2 Раббы Мусаға былай тине: 3 – Исраилдарға Мин бирәһе Ҡәнғән ерен ҡарап ҡайтырға кешеләреңде ебәр: һәр ырыуҙан берәр кешене, башлыҡтарҙы, ебәр. 4 Раббы бойороғо буйынса Муса уларҙы Паран сүленән юлға оҙатты. Улар барыһы ла исраилдарҙың етәкселәре ине. 5 Бына уларҙың исемдәре: Рәүвән ырыуынан Заккур улы Шаммуағ, 6 Шимғон ырыуынан Хори улы Шафат, 7 Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев, 8 Исасхар ырыуынан Йософ улы Йигал, 9 Әфраим ырыуынан Нун улы Һошеяғ, 10 Бинйәмин ырыуынан Рафу улы Палти, 11 Зевулун ырыуынан Соди улы Гаддиил, 12 Йософ улы Менашше ырыуынан Суси улы Гадди, 13 Дан ырыуынан Гемалли улы Ғаммиил, 14 Ашер ырыуынан Михаил улы Сеҫур, 15 Нафтали ырыуынан Уофси улы Нахби, 16 Ғад ырыуынан Махи улы Геуил. 17 Муса ер ҡарарға ебәргән ирҙәрҙең исемдәре бына шулар ине. Нун улы Һошеяғҡа Муса Йушағ тигән исем ҡушты. 18 Ҡәнғән ерен ҡарарға ебәргәндә Муса уларға былай тине: – Негев аша ул таулы илгә барығыҙ. 19 Ниндәй ер икәнен, ниндәй халыҡ йәшәгәнен, көслөмө ул халыҡ, көсһөҙмө, күпме, әҙме – һәммәһен ҡарағыҙ. 20 Йәшәгән ерҙәре уңайлымы, түгелме? Ҡалалары ниндәй? Халҡы ауылдарҙа йәшәйме, нығытмалы ҡалаларҙамы? 21 Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине. 22 Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты, 23 унан Негевты үтеп Ғанаҡ тоҡомдары Ахиман, Шешай һәм Талмай йәшәгән Хевронға барып еттеләр. (Хеврон Мысыр ҡалаһы Соғандан ете йыл алда төҙөлгәйне.) 24 Шунан Әшкол үҙәненә сыҡтылар, унда бер тәлгәшле йөҙөм ботағы ҡырҡып алдылар, уны ике кеше таяҡҡа аҫып йөрөттө. Анар емештәре һәм инжир ҙә алдылар. 25 Был ерҙе Әшкол үҙәне тип атанылар, сөнки бында исраилдар йөҙөм тәлгәше ҡырҡып алды. 26 Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр. 27 Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр. 28 – Беҙ һин ебәргән ерҙәрҙә йөрөнөк, – тине улар Мусаға, – унда ысынлап та һөт менән бал ағып ята, бына уның емештәре. 29 Әммә унда йәшәгән халыҡ көслө, ҡалалары ла ҙур, бик нығытылған. Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек. 30 Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй. 31 Калев Мусаны уратып алған халыҡты тынысландырырға теләп: – Әйҙәгеҙ, барып һөжүм итәйек тә ул ерҙе яулап алайыҡ, көсөбөҙ етерлек, – тине. 32 Тик уның менән бергә барғандар: – Беҙ ул халыҡҡа ҡаршы бара алмайбыҙ, сөнки ул беҙҙән көслөрәк, – тип ҡаршы төштө. 33 Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек. 34 Бәһлеүәндәр затынан булған Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек, улар эргәһендә беҙ сиңерткәләй генә инек. Уларға ла беҙ шулай булып күрендек. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia