Иҫәп алыу 12 - Изге ЯҙмаМирйәм менән Һарундың битәре 1 Мирйәм менән Һарун Мусаны Куштан ҡатын алған өсөн битәрләне. Муса тыумышы Куштан булған ҡатынға өйләнгәйне. 2 «Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте. 3 Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине. 4 Раббы көтмәгәндә Мусаға һәм Һарун менән Мирйәмгә: – Өсөгөҙ ҙә Осрашыу сатыры янына барығыҙ, – тип бойорҙо. Өсөһө лә китте. 5 Раббы болот бағанаһында төштө лә, сатыр алдында туҡтап, Һарун менән Мирйәмде саҡырып алды. Былар икеһе лә килеп баҫты. 6 – Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм. 7 Ҡолом Муса менән улай түгел. Минең йортомда ул иң тоғроһо. 8 Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ? 9 Раббы уларға ҡарата асыуы ялҡынланып китеп барҙы. 10 Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе. 11 Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама! 12 Әсә ҡарынынан ярты тәне сереп, үле тыуған бала шикелле итмә Мирйәмде, зинһар! 13 Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы. 14 Раббы Мусаға: – Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр. 15 Мирйәм ете көн буйы тупламдан ситтә булды. Ул әйләнеп ҡайтҡанға тиклем, халыҡ юлға сыҡманы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia