Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 11 - Изге Яҙма


Исраилдарҙың зарланыуы

1 Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы.

2 Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Раббыға ялбарғас, ут һүнде.

3 Был урынға Тавғыра тип исем бирҙеләр, сөнки бында улар араһында Раббы уты тоҡанғайны.

4 Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. –

5 Мысырҙа бушлай ашаған балыҡ, ҡыяр, ҡауын, һуған-һарымһаҡ иҫкә төшә.

6 Хәҙер иһә интегәбеҙ, бер нәмә юҡ, алдыбыҙҙа тик майҙә генә.

7 Майҙә иһә кориандр орлоғона оҡшаған, күрер күҙгә ағас сайыры кеүек һарғылт төҫтә ине.

8 Халыҡ, тегендә-бында йөрөп, уны йыя, ҡул тирмәнендә тарта йәки килелә төйә лә ҡаҙанда бешерә, йә көлсә яһай. Уның тәме зәйтүн майында бешерелгән көлсәнекенә тартым ине.

9 Төндә тупламға ысыҡ төшкәндә майҙә лә яуа ине.

10 Халыҡтың үҙ ғаиләләрендә, үҙ сатырҙары ауыҙы алдында илап зарланғанын Муса ишеткәйне. Раббының асыуы ялҡынланды, Муса ла борсолоуға төштө.

11 Муса Раббыға былай тине: – Мин ҡолоңдо ниңә ыҙалатаһың? Ниңә Һин мине хуш күрмәйһең, ниңә был халыҡтың бөтә ауырлығын минең иңемә һалаһың?

12 Был халыҡты ҡарынымда мин йөрөткәнме лә мин тыуҙырғанмы? Бағыусы сабый баланы йөрөткәндәй ҡулыма алып, уны Һин ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә илтергә ниңә ҡушаһың миңә?

13 Бөтөн халыҡҡа ҡайҙан алып ит ашатайым? Улар алдыма килеп илай-илай: «Беҙгә ит ашат!» – тип һорай.

14 Был халыҡты яңғыҙым йөрөтә алмайым, был минең өсөн бик тә ауыр.

15 Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


Мусаның етмеш аҡһаҡалды һайлауы

16 Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон.

17 Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.

18 Халыҡҡа былай тип әйт: «Иртәгәһе көнгә үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, шунан ит ейерһегеҙ, – тиң. – Раббыға: „Әле ит ашаһаң икән! Беҙгә Мысырҙа яҡшыраҡ ине лә баһа“, – тип илаулағайнығыҙ, бына Раббы хәҙер һеҙгә ит бирә, ит ашарһығыҙ.

19 Бер көн түгел, ике көн түгел, биш тә, ун да, егерме көн дә түгел,

20 ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».

21 Муса былай тине: – Минең эргәмдә алты йөҙ мең йәйәүле яугир, ә Һин: «Мин уларға ит бирәм, ай буйы ашарҙар», – тиһең.

22 Ул тиклем халыҡҡа бөтә һарыҡ, үгеҙҙәрҙе салһаң, етерме? Диңгеҙҙәге барлыҡ балыҡ уларҙы туйҙырырға етерме?

23 Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.

24 Муса сыҡты ла Раббының һүҙен халыҡҡа еткерҙе, аҡһаҡалдарҙан етмеш ирҙе йыйып, Изге сатыр эргәһендә торорға ҡушты.

25 Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.

26 Ирҙәрҙән икәү тупламда ҡалғайны – береһенең исеме Әлдад, икенсеһенеке Медад ине. Аҡһаҡалдар исемлегенә индерелгән булһалар ҙа, Изге сатыр янына сыҡмағайнылар, әммә уларға ла Рух иңде. Улар тупламда пәйғәмбәрлек итте.

27 Бер ир бала йүгереп килде лә Мусаға, тупламда Әлдад менән Медад пәйғәмбәрлек итә, тип һөйләне.

28 Быға яуап итеп, Нун улы Йушағ, Мусаның хеҙмәткәре, һайланмыш ирҙәрҙең береһе: – Эй хакимым Муса! Тый һин уларҙы! – тине.

29 – Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит!

30 Шунан Муса Исраил аҡһаҡалдары менән тупламға әйләнеп ҡайтты.


Раббының бүҙәнәләр ебәреүе

31 Раббы ел күтәрҙе, һәм ул ел диңгеҙ яғынан бүҙәнәләр осортоп алып килде. Бүҙәнәләр туплам тирәләй бер яҡта – бер көнлөк юлға, икенсе яҡта тағы бер көнлөк юлға етерлек булып, ике терһәк самаһы ҡалынлыҡта өйөлөп ятты.

32 Халыҡ бер көн буйы, бер төн буйы, иртәгәһенә тағы көнө буйы бүҙәнә йыйҙы. Иң әҙ тигәндә лә һәр береһе ун хомер бүҙәнә йыйҙы. Уларҙы туплам тирәләй бөтә ергә йәйеп һалып ҡуйҙылар.

33 Итте әле сәйнәп йотоп та өлгөрмәгәндәр ине, ә Раббы, асыуы ялҡынланып, халыҡҡа ҡаты үләт ебәрҙе.

34 Был урынды Ҡивроҫ-Һаттауа тип атанылар, сөнки нәфселәрен тыя алмаған халыҡты шунда ерләнеләр.

35 Ҡивроҫ-Һаттауанан халыҡ Хасироҫҡа юлланды һәм шунда барып туҡтаны.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan