Йоил 1 - Изге Яҙма1 Йоил Пеҫуил улына Раббы һүҙе булды. Саранчалар һөжүме һәм ҡоролоҡ 2 Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ, Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында Ошондай хәлдең булғаны бармы? 3 Был турала балаларығыҙға һөйләгеҙ; Балаларығыҙ – үҙ балаларына, Ул балалар килер быуындарға еткерһен. 4 Күс-күс булып оса саранча! Беренсе күс ашап бөтмәгәнде, Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра; Ә уларҙан нимә тороп ҡала, Шуны дүртенсе күс ҡырып һала. 5 Эй һеҙ, эскеселәр, уянығыҙ ҙа илағыҙ; Эй шарап яратыусылар, зар илағыҙ: Шарап ауыҙығыҙҙан тартып алынды. 6 Сөнки еремә иҫәпһеҙ-һанһыҙ Ҡеүәтле бер ҡәүем ябырылды. Тештәре арыҫландыҡы кеүек үткер, Инә арыҫландыҡы һымаҡ аяуһыҙ. 7 Йөҙөмдәремде харап иттеләр, Инжир ағасымды кимерҙеләр, Ҡайырыһына тиклем мөнйөп бөттөләр, Бары ҡыу ботаҡтары ағарып ҡалды. 8 Йәрәшелгән йәрен юғалтып, Хәсрәт кейеме кейгән йәш ҡыҙ һымаҡ илағыҙ. 9 Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра. 10 Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно. 11 Бойҙай менән арпа өсөн, Эй игенселәр, көйәләнегеҙ! Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ, Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты. 12 Йөҙөм һәм инжир ағастары ҡороно, Анар, хөрмә, алма – барыһы ла кипте! Кешеләр араһынан һөйөнөс юҡҡа сыҡты. Тәүбәгә саҡырыу 13 Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды. 14 Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ. 15 О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул! 16 Күҙ алдында ризығыбыҙ юҡ ителде, Аллабыҙ йортонан һөйөнөс һәм шатлыҡ китте. 17 Ҡоро тупраҡ аҫтында орлоҡтар кибеп ҡалды. Келәттәр буш, ырҙын емерелде, Сөнки һаҡларға ашлыҡ юҡ. 18 Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана. 19 Йә Раббы, Һиңә ялбарам! Далалағы көтөүлектәр көйөп бөттө, Ҡырҙағы барлыҡ ағастарҙы ялҡын ялманы. 20 Ҡырағай хайуандар ҙа Һине саҡыра, Сөнки ағын һыуҙар ҡороно; Далалағы көтөүлектәр утҡа көйҙө. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia