ІІ Йылъяҙма 5 - Изге Яҙма1 Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Алла ҡорамының хазина келәтенә ҡуя. Килешеү һандығының ҡорамға күсерелеүе ( 3 Бат 8:1-13 ) 2 Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Сөләймән Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡыра. 3 Йылдың етенсе айында булған байрам ваҡытында бөтә Исраил халҡы батша янына йыйыла. 4 Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, левиҙәр Килешеү һандығын күтәреп ала. 5 Һандыҡты, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе – быларҙың барыһын левиҙәр һәм ҡаһиндар алып китә. 6 Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан сала. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ булмай. 7 Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштыра. 8 Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора. 9 Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора. 10 Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан заманда, Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында, Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалған була. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә булмай. 11 Изге йортҡа ингәнгә тиклем ҡаһиндарҙың барыһы ла, ниндәй төркөмгә инеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен паклаған була. Бына улар сыға, 12 бөтә йырсы левиҙәр – йоҡа етендән кейенгән, ҡулдарына лира, арфа, һуҡма тәрилкәләр тотҡан Асаф, Һеман, Йедуҫун, уларҙың улдары һәм туғандары ҡорбан усағының көнсығыш яғына теҙелә. Уларҙың янында борғо ҡысҡыртыусы йөҙ егерме ҡаһин була. 13 Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула. 14 Болот арҡаһында ҡаһиндар хеҙмәтен башҡара алмаҫ була, сөнки Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia