ІІ Йылъяҙма 32 - Изге ЯҙмаРаббының Йәһүҙәне Санхеривтан ҡотҡарыуы ( 4 Бат 18:13-37 ; 19:35-37 ; Ишғ 36:1-22 ; 37:36-38 ) 1 Хизкияһ батша Раббыға тоғролоҡ менән башҡарған ошо эштәрҙән һуң, Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, нығытмалы ҡалаларҙы тартып алыу ниәте менән, уларҙы ҡамап ала. 2 Хизкияһ, Санхеривтың Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғыш менән килгәнен күргәс, 3 үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була. 4 Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр. 5 Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә. 6 Халыҡ өҫтөнән хәрби башлыҡтар тәғәйенләп, уларҙы ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанға йыя ла, йөрәктәренә үтерлек итеп, былай ти: 7 – Ныҡ булығыҙ, батыр булығыҙ, Ашшур батшаһынан да, уның менән ябырылып килеүселәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, ҡалтыранып төшмәгеҙ, сөнки уларҙа түгел, беҙҙең яҡта ҡөҙрәтлерәк көс. 8 Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә. 9 Бынан һуң үҙенең бөтә ғәскәре менән Лахиш ҡалаһын ҡамауҙа тотҡан Ашшур батшаһы Санхерив, хеҙмәтселәрен Йәрүсәлимгә ебәреп, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәргә былай тип әйтергә ҡуша: 10 – Ашшур батшаһы Санхерив былай ти: «Һеҙ нимәгә өмөтләнәһегеҙ, Йәрүсәлимдең ҡамалышын нисек үткәрмәксе булаһығыҙ? 11 „Аллабыҙ Раббы беҙҙе Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарасаҡ“, – тип Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын. Ул һеҙҙе аслыҡтан һәм сарсауҙан һәләк итмәксе! 12 Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылырға һәм хуш еҫ төтәтергә ҡушты түгелме? 13 Минең һәм ата-бабаларымдың башҡа илдәрҙәге бөтә халыҡтар менән ни эшләгәнебеҙҙе белмәйһегеҙме әллә һеҙ? Ул халыҡтарҙың илаһтарының береһе үҙ илен минең ҡулдан ҡотҡара алдымы? 14 Минең ата-бабаларым ҡырып һалған халыҡтарҙың илаһтарының ҡайһыһы минән үҙенең халҡын ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, нисек итеп Аллағыҙ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡара алһын? 15 Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ». 16 Санхеривтың хеҙмәтселәре Алла Раббыға һәм Уның ҡоло Хизкияһҡа ҡаршы тағы ла күберәк һөйләй. 17 Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ». 18 Ашшур батшаһының хеҙмәтселәре диуар өҫтөндә торған Йәрүсәлим халҡына ҡарап, йәһүд телендә һөрәнләйҙәр. Улар, ҡаланы баҫып алыу еңелерәк булһын өсөн, халыҡтың ҡотон алып, ҡурҡытмаҡсы булалар. 19 Йәрүсәлим Аллаһын башҡа халыҡтарҙың кеше ҡулы менән яһалған аллаларына тиңләп һөйләйҙәр. 20 Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара. 21 Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә. 22 Раббы бына шулай итеп Хизкияһ менән Йәрүсәлим кешеләрен Ашшур батшаһы Санхерив ҡулынан, шулай уҡ башҡаларҙан да ҡотҡара һәм һәр тарафта һаҡлап тора. 23 Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара. Хизкияһтың ауырыуы һәм һауығыуы ( 4 Бат 20:1-21 ; Ишғ 38:1-8 ; 39:1-8 ) 24 Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә. 25 Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә. 26 Шунда Хизкияһ, Йәрүсәлим халҡы һымаҡ, үҙенең тәкәбберлеген йүгәнләй. Шунлыҡтан Хизкияһ дәүерендә Раббының асыуы уларға башҡаса төшмәй. 27 Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар; 28 иген уңышын, шарапты, зәйтүн майын һаҡлау өсөн келәттәр, мал-тыуар өсөн ҡуралар, көтөүҙәре өсөн кәртәләр яһата. 29 Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә. 30 Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана. 31 Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра. 32 Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән. 33 Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia