ІІ Йылъяҙма 3 - Изге ЯҙмаҠорам төҙөлөшө ( 3 Бат 6:1-38 ; 7:15-22 ) 1 Йәрүсәлимдәге Морияһ тауы өҫтөндә – Дауытҡа Раббы күренгән ерҙә Сөләймән Раббы ҡорамын төҙөй башлай. Элек йевуси Орнандың ырҙыны урынлашҡан был урынды уға атаһы Дауыт әҙерләп ҡуйған була. 2 Төҙөлөштө батша булып ултырғандың дүртенсе йылында, икенсе айының икеһендә башлай ул. 3 Бына Сөләймән һалған Алла ҡорамының нигеҙ үлсәмдәре: буйы боронғо үлсәмгә күрә – алтмыш терһәк, иңе – егерме терһәк. 4 Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, бейеклеге – йөҙ егерме терһәк. Уны эстән саф алтын менән көпләтә. 5 Ҙур залды, эстән кипарис ағасы менән көпләткәндән һуң, саф алтын менән ҡаплата, уға хөрмә ағасы һүрәттәре, сылбыр семәрҙәр яһата. 6 Сөләймән залды затлы таштар менән биҙәтә. Алтындың Паруаимдан килтертелгәнен файҙалана. 7 Ул залдың һайғауҙарын, тупһаларын, ишектәрен, диуарҙарын да алтын менән көпләтә, диуарҙарына кируб һүрәттәре ырып яһата. 8 Иң мөҡәддәс урынды эшләтә: уның буйы, ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, иңе лә егерме терһәк була; уны алты йөҙ талант иң яҡшы алтын менән көпләтә. 9 Алтын ҡаҙауҙарының ауырлығы илле шекел тарта. Өҫкө бүлмәләрҙе лә алтын менән көпләтә. 10 Шунан ул Иң мөҡәддәс урынға ике кируб һынын яһата һәм уларҙы алтын менән көпләтә. 11-12 Ике кирубтың йәйелгән ҡанаттары бергә барыһы егерме терһәк тәшкил иткән була. Йәнәш торған ике кирубтың һәр ҡанаты егерме терһәк оҙонлоғонда булып, береһе – диуарға, икенсеһе остары менән икенсе кирубтың ҡанат осона тейеп тора. 13 Был кирубтарҙың ҡанаттарының ҡоласы йәмғеһе егерме терһәк тәшкил итә; улар үҙ аяҡтарында тора, йөҙҙәре менән ҡорам залына ҡарай. 14 Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә. 15 Ҡорам алдына утыҙ биш терһәк бейеклектәге ике бағана ултырттырып, һәр береһенең башына биш терһәк бейеклегендәге таж ҡуйҙырта. 16 Сылбырҙар эшләтеп, шуларҙы бағаналарҙың башына уратып һалдыра, йөҙәр дана анар яһатып, сылбырҙарҙың өҫтөнә теҙҙертә. 17 Был бағаналарҙы Сөләймән ҡорам алдына икеһен ике яҡҡа ултырта һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡҡа ҡуйғанын Боғаз тип атай. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia