Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 20 - Изге Яҙма


Моавтар менән ғаммондарға ҡаршы һуғыш

1 Күпмелер ваҡыттан һуң моавтар менән ғаммондар, йәнә лә Мағон иленән ҡайһы берәүҙәр уларға ҡушылып, Йеһошафатҡа ҡаршы яу аса.

2 Хәбәрселәр килеп, Йеһошафатҡа: – Диңгеҙ аръяғынан, Эдом яғынан, һиңә ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреү килә, улар инде Хасасон-Тамарға килеп еткән, – тиҙәр. Хасасон-Тамарҙың икенсе исеме – Ғейн-Геди.

3 Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.

4 Йәһүҙиҙәр Раббынан ярҙам ялбарырға тип бергә йыйыла. Улар Раббыға мөрәжәғәт итер өсөн Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларынан килә.

5 Йеһошафат Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡы алдына – Раббы ҡорамының яңы ихатаһына сығып баҫа ла

6 былай ти: – Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббы! Һин асмандарҙағы Алла! Һин бар халыҡтарҙың батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итәһең. Һинең ҡулыңда – көс һәм ҡөҙрәт, һис кем Һиңә ҡаршы тора алмай!

7 Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни?

8 Улар шунда төйәкләнеп, Һинең исемеңә бағышланған Изге торлаҡ төҙөнөләр һәм былай тиҙәр:

9 «Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың».

10 Бына хәҙер ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәр, Мысыр иленән килгән саҡтарында исраилдарға Һин ерҙәренә инергә рөхсәт итмәгән, шул сәбәптән ҡырылмай тороп ҡалған халыҡтар

11 беҙгә нимә менән яуап ҡайтара? Улар Һин беҙгә милек итеп биргән ерҙән беҙҙе ҡыуырға тип килгән.

12 Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!

13 Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора.

14 Шул саҡ ошо йыйында Зәкәрьяһ улы Яхазиилға Раббы рухы иңә. Зәкәрьяһ Бенаяһ улы булып, Бенаяһ – Йеғиилдан, Йеғиил Леви ырыуынан булған Маттанъяһтан донъяға килә. Уларҙың нәҫел баштары Асаф була.

15 Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы.

16 Иртәгә уларға ҡаршы сығығыҙ. Улар хәҙер Сис артылышынан килә, ә һеҙ уларҙы үҙән осонда, Йеруил сүле алдында, тап итерһегеҙ.

17 Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр».

18 Йеһошафат йөҙтүбән ергә ҡаплана, уның менән бергә бөтә йәһүҙиҙәр һәм Йәрүсәлим халҡы Раббы алдында ергә ҡапланып, Уға сәждә ҡыла.

19 Ҡыһаҫ һәм Ҡорах нәҫеленән булған левиҙәр аяғүрә баҫып, Исраил Аллаһы Раббыға көслө тауыш менән маҡтау яуҙырырға тотона.

20 Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.

21 Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй.

22 Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла.

23 Ғаммондар менән моавтар Сеғир тауҙары кешеләренә һөжүм итә, сеғирҙарҙы ҡырып һалғас, бер-береһен ҡыйратырға тотона.

24 Йәһүҙиҙәр сүлдәге ҡалҡыулыҡҡа килеп дошман ғәскәренә ҡараһа, ни күрәләр – күп һанлы мәйеттәр менән ер тулған, береһе лә иҫән ҡалмаған.

25 Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.

26 Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр.

27 Шунан һуң барлыҡ йәһүҙиҙәр һәм йәрүсәлимдәр ҡыуанышып Йеһошафат артынан Йәрүсәлимгә ҡайтырға сыға, сөнки Раббы, дошмандарынан ҡотҡарып, оло ҡыуаныс бүләк итә.

28 Йәрүсәлимгә лиралар, арфалар, борғолар тауышы аҫтында ҡайтып, Раббы йортона киләләр.

29 Раббының Исраил дошмандарына ҡаршы алышҡанын ишеткәс, ерҙәге бөтә батшалыҡтар Алланан ҡурҡып ҡала.

30 Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.


Йеһошафаттың һуңғы йылдары
( 3 Бат 22:41-50 )

31 Шулай итеп, Йеһошафат Йәһүҙәлә хакимлыҡ итә. Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә була һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Ғазува – Шилхи ҡыҙы була.

32 Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.

33 Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгән, ә халыҡ ата-бабаларының Аллаһына тулыһынса боролоп бөтмәгән була.

34 Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.

35 Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә.

36 Улар бергәләшеп Таршишҡа ебәрер өсөн караптар төҙөй. Караптарҙы улар Ғәсйон-Гәвәрҙә яһай.

37 Марешанан Додауа улы Әлиғәзәр, Йеһошафатҡа пәйғәмбәрлек итеп, былай ти: – Ахазъяһ менән әшнәләшкәнеңә күрә, Раббы һинең эшеңде юҡҡа сығарасаҡ. Караптар емерелә һәм Таршишҡа барып етә алмай.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan