ІІ Йылъяҙма 18 - Изге ЯҙмаМихаяһ пәйғәмбәрҙең Ахавты киҫәтеүе ( 3 Бат 22:1-28 ) 1 Йеһошафат ҙур байлыҡҡа эйә була һәм дан ҡаҙана. Ул Исраил батшаһы Ахав менән туғанлаша. 2 Бер нисә йылдан Йеһошафат Самарияға Ахавҡа бара. Ахав Йеһошафат һәм уның юлдаштары хөрмәтенә эреле-ваҡлы бик күп мал сала. Ул Йеһошафатты бергәләп Ғилғәд Рамоҫына яу асырға өгөтләй. 3 Исраил батшаһы Ахав Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына бараһыңмы? – тип һорай. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуаплай Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың. Беҙ һинең менән бергә һуғышҡа барырбыҙ. 4 Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай ти: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара. 5 Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай. – Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ. 6 Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – ти. 7 Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – ти. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – ти Йеһошафат. 8 Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти. 9 Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә. 10 Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!» 11 Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юрай: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ. 12 Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай ти: – Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра. 13 – Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ. 14 Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр. 15 – Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша. 16 Шунан Михаяһ былай ти: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте. 17 – Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – ти Исраил батшаһы Йеһошафатҡа. 18 Ә Михаяһ былай ти: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем. 19 Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Исраил батшаһы Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте. 20 Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны. 21 «Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә». 22 Бына шулай итеп, Раббы был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте. 23 Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килә лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының Рухы ни рәүешле минән китеп, һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – ти. 24 – Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуаплай Михаяһ. 25 – Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойора Исраил батшаһы. – 26 Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтҡансы, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр. 27 – Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – ти Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәй. Ахавтың үлеме ( 3 Бат 22:29-35 ) 28 Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китә. 29 Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр. 30 Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була. 31 Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала, 32 яу арбаларының башлыҡтары уның Исраил батшаһы түгеллеген күрә лә боролоп китә. 33 Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәрә лә, Исраил батшаһын яралай. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙала. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – ти. 34 Көслө алыш көнө буйы дауам итә. Исраил батшаһына яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килә. Кискеһен ҡояш байығанда батша йән бирә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia