Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Йылъяҙма 10 - Изге Яҙма


Исраилдарҙың Рехавғамға ҡаршы сығыуы
( 3 Бат 12:1-24 )

1 Рехавғам Шәхәмгә юллана, сөнки бөтә исраилдар уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн шунда йыйылған була.

2 Был хәбәрҙе ишетеп, Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улы ҡайтып төшә.

3 Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алалар. Шунан Яровғам менән бөтә исраилдар бергә Рехавғам янына килеп былай тиҙәр:

4 – Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ.

5 – Әлегә ҡайтығыҙ, – ти Рехавғам уларға. – Өс көндән килерһегеҙ. Халыҡ тарала.

6 Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һорай.

7 Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр һин был халыҡҡа һәйбәт булһаң, уларға ярай алһаң, яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – ти.

8 Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләшә.

9 Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һорай.

10 Ҡорҙаштары уға: – «Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды, инде һин уны еңеләйт», – тигәндәргә: «Минең сәтәкәй бармағым атайымдың биленән йыуаныраҡ.

11 Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирә.

12 Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға бара.

13-14 Рехавғам батша аҡһаҡалдарҙың кәңәшен һанға һуҡмайынса, ҡорҙаштары әйткәнсә: – Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, мин уны тағы ла арттырырмын. Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын, – тип ҡырыҫ һөйләшә.

15 Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.

16 Батшаның халыҡты тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ, таралышайыҡ! Дауыт нәҫеле инде үҙ йортона ғына ҡараһын! – тиҙәр ҙә барыһы ла өйҙәренә ҡайтып китәләр.

17 Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡала.

18 Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Һадорамды ебәргәс, исраилдар уны таш бәреп үлтерә. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрә.

19 Әлегәсә Исраилдың төньяҡ ырыуҙары Дауыт йортона буйһонмай.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan