Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 3 - Изге Яҙма

1 Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.


Дауыттың Хевронда тыуған балалары
( 1 Йыл 3:1-3 )

2 Хевронда Дауыттың улдары тыуҙы. Баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан,

3 икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,

4 дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан, бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан,

5 алтынсыһы Иҫреғам Дауыттың Ғәғлә исемле ҡатынынан тыуғайны. Дауыттың был улдары Хевронда тыуҙы.


Авнерҙың Дауытҡа ҡушылыуы

6 Шаул йорто менән Дауыт йорто үҙ-ара ыҙғышып йәшәгән арала, Авнер Шаул йортонда үҙенең хакимлығын нығыта барҙы.

7 Шаулдың бер йәриәһе бар ине – Айяһ исемле кешенең ҡыҙы Риспа. Бер көндө Иш-Бошеҫ Авнерҙан: – Нишләп һин атайымдың йәриәһе менән йоҡланың? – тип һораны.

8 Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы?

9-10 Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине.

11 Иш-Бошеҫ Авнерға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, унан ҡурҡа ине.

12 Ошонан һуң Авнер Дауытҡа илселәр ебәреп: «Был ерҙең хужаһы кем? – тип һорарға ҡушты. – Минең менән килешеү төҙө. Шул саҡта мин һинең яҡлы булам һәм бөтә Исраил халҡын һинең яҡҡа ауҙарырға ярҙам итәм».

13 «Яҡшы, – тине Дауыт, – һинең менән килешеү төҙөйөм, тик бер шартым бар: минең менән күрешергә килгәндә Шаул ҡыҙы Михәлде алып кил, юҡһа һинең менән осрашмаясаҡмын».

14 Шунан Дауыт Шаулдың улы Иш-Бошеҫҡа илселәр ебәрҙе: «Йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһен биреп йәрәшкән ҡатыным Михәлде миңә кире ҡайтар», – тип әйтергә ҡушты.

15 Иш-Бошеҫ Михәлде ире Лаиш улы Палтиилдан тартып алып килергә кешеләр ебәрҙе.

16 Ире илай-илай Бахуримға тиклем ҡатынына эйәреп килде. Әммә Авнер уға кире ҡайтырға бойорғас, ҡайтып китте.

17 Авнер Исраилдың аҡһаҡалдарына былай тип мөрәжәғәт итте: – Һеҙ Дауыттың үҙегеҙгә батша булыуын күптән теләй инегеҙ.

18 Бына хәҙер теләгегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ. Раббы Дауыт тураһында: «Ҡолом Дауыттың ҡулы менән Мин Үҙ халҡым Исраилды пелештиҙәр ҡулынан, бөтә дошмандары ҡулынан ҡотҡарам!» – тип әйткән бит.

19 Авнер Бинйәмин ырыуына ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне. Шунан Авнер, Исраилдың һәм бөтә Бинйәмин ырыуының теләген Дауытҡа еткереү өсөн, Хевронға китте.

20 Авнер егерме кеше менән Хевронға килгәс, Дауыт улар хөрмәтенә мәжлес ойошторҙо.

21 Авнер Дауытҡа: – Инде китергә рөхсәт бир, мин хакимым батшаға бөтә Исраил халҡын йыйып килтерәм. Улар һинең менән килешеү төҙөр. Һин кем өҫтөнән хакимлыҡ итергә теләйһең, шуларҙың барыһына ла батша булырһың, – тине. Шунан һуң Дауыт Авнерҙы имен-аман ҡайтарып ебәрҙе.


Йоавтың Авнерҙы үлтереүе

22 Шул мәлдә Дауыттың яугирҙәре менән Йоав барымтанан ҡайтты. Улар мул табыш килтергәйне. Авнер иһә Хевронда Дауыт янында юҡ ине инде, Дауыт уны имен-аман ҡайтарып ебәргәйне.

23 Йоав һәм уның менән бергә йөрөгән ғәскәр ҡайтҡас, Йоавҡа Нер улы Авнерҙың батша янына килгәнен, ә Дауыттың уны иҫән-һау ҡайтарып ебәргәнен еткерҙеләр.

24 Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең?

25 Авнерҙы, Нер балаһын, беләһең бит инде: алдарға, ингән-сыҡҡан урыныңды ҡарарға, ни эшләп ятҡаныңды белергә килгән ул, – тине.

26 Йоав Дауыт янынан сыҡты ла Авнер артынан сапҡын ебәрҙе. Уны Сира ҡоҙоғо янында ҡыуып етеп, кире килтерҙеләр, ләкин Дауыт был хаҡта белмәй ине.

27 Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.

28 Дауыт был хаҡта ишеткәс: – Нер улы Авнерҙың ҡаны ҡойолған өсөн Раббы алдында мин үҙем дә, батшалығым да мәңгегә ғәйепһеҙ, – тине. –

29 Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен.

30 Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе.

31 Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.

32 Авнерҙы Хевронда ерләнеләр. Батша уның ҡәбере өҫтөндә ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы, бөтә халыҡ уға ҡушылып йәш түкте.

33 Батша Авнер хаҡында ошондай ҡайғылы йырын йырланы: «Бер ахмаҡтай үлергәме ине Авнерға?

34 Ҡулдарың бит бәйле түгел ине, Аяҡтарыңда бығау юҡ ине. Юлбаҫарҙар ҡорбаны кеүек йығылдың». Бөтә халыҡ тағы ла нығыраҡ илай башланы.

35 Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.

36 Быны бөтә халыҡ белде, батшаның быға тиклемге башҡа эштәре кеүек үк, был ҡылығы ла халыҡтың күңеленә хуш килде.

37 Нер улы Авнерҙың үлемендә батшаның ғәйебе булмағанлығын ул көндө бөтә халыҡ, бар Исраил аңланы.

38 Батша үҙенең хеҙмәтселәренә: – Бөгөн Исраилда бер юлбашсының, бөйөк бер уҙамандың вафат булғанын беләһегеҙме һеҙ?

39 Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan