Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 22 - Изге Яҙма


Дауыттың маҡтау йыры
( Зәб 17:1-51 )

1 Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы.

2 Ул былай тине: «Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым.

3 Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, Ҡурсалаусым, һыйынысым, Һин мине залимдарҙың ҡулынан йолоп алдың!

4 Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон.

5 Ҡамап алды мине үлем тулҡындары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,

6 Үлеләр донъяһының сынйырҙары сырманы мине, Алда ҡоролған әжәлдең тоҙаҡтары.

7 Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым, Алламдан ярҙам һораным. Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды, Барып етте Уға зарым.

8 Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Күктәрҙең нигеҙҙәре һелкенде.

9 Танау тишектәренән төтөн урғылды, Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө, Әйләнәһендә осҡон сәсрәне.

10 Аушайтты ла күк ҡабағын, килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.

11 Раббы бер кирубҡа менеп осто, Елдең ҡанаттары өҫтөндә күренде.

12 Ҡараңғылыҡҡа сорналып, Ямғыр болоттарынан Үҙенә сатыр ҡорҙо.

13 Хозурындағы балҡыштан Баҙлап утлы ҡуҙҙар яуҙы.

14 Күктәрҙән күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды,

15 Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.

16 Раббының дәһшәтле ауазынан, Танауы бөркөгән һулышынан Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде, Донъяның нигеҙҙәре асылды.

17 Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто; Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды.

18 Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.

19 Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды.

20 Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.

21 Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы, Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй.

22 Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.

23 Уның ҡарарҙарын күҙҙә тотам, Ҡанун-ҡағиҙәләренән тайпылманым.

24 Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам, Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым.

25 Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе, Хозурында пак булғанымдың хаҡын ҡайтарҙы.

26 Тоғроларға Һин тоғролоҡ күрһәтәһең, Камилдар менән камилһың.

27 Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға. Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең.

28 Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың, Ҡарашың менән тәкәбберҙең башын эйҙерәһең.

29 Йә Раббым, Һин минең шәмсырағым. Раббы минең ҡараңғылығымды яҡтырта.

30 Һинең менән мин ғәскәргә ҡаршы барам, Аллам менән диуарҙарҙы ашам.

31 Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.

32 Раббынан башҡа тағы ла алла бармы? Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ?

33 Алла минең ныҡлы ҡәлғәм, Ул минең өсөн камил юл аса.

34 Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә. Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.

35 Ҡулымды һуғыш һөнәренә өйрәтә – Беләгем баҡыр йәйәне бөгә ала.

36 Ҡотҡарыусы ҡалҡан бирҙең миңә, Ярҙамың мине мәртәбәле итә.

37 Һин аҙымдарымды киңәйтәһең, Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым.

38 Дошмандарымды эҙәрләп ҡырҙым. Тар-мар итмәйенсә боролманым.

39 Уларҙы иҙә туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар.

40 Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың, Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның.

41 Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.

42 Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы; Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы.

43 Ерҙәге саң-туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише иҙгеләп тапаланым.

44 Һин мине халҡымдың фетнәләренән ҡотҡарҙың, Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп һаҡланың, Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә.

45 Яттар алдымда яҡшатланалар, Тауышымды ишетеү менән буйһоналар.

46 Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып, Ҡәлғәләренән сығалар.

47 Раббы тере! Һыйынған Ҡаям мөбәрәк булһын! Ҡотҡарыусы ҡаям – Аллам Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын!

48 Минең өсөн үс алыусы Аллам, Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,

49 Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.

50 Шуға ят ҡәүемдәр араһында Һине данлармын, йә Раббым, Исемеңә мәҙхиә йырлармын.

51 Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan