Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 21 - Изге Яҙма


Аслыҡ

1 Дауыт батшалыҡ иткән дәүерҙә өс йыл рәттән аслыҡ булды. Дауыт Раббынан һораны һәм Раббы: – Быларҙың барыһына ла Шаул һәм уның ҡан көҫәүсе нәҫел-ырыуы ғәйепле, сөнки Шаул Ғивғон халҡын ҡырғайны, – тип яуап ҡайтарҙы.

2 Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.

3 Дауыт Ғивғон кешеләренән: – Һеҙгә мин нимә эшләй алам? Исраилдың гонаһын юйыр өсөн һәм һеҙҙең Раббы халҡына фатихалы булыуығыҙ өсөн ни ҡылырға миңә? – тип һораны.

4 Улар батшаға: – Шаулдың нәҫел-нәсәбенән алтын да, көмөш тә кәрәкмәй беҙгә, бының өсөн Исраилда кемделер үлтереү ҙә кәрәк түгел, – тип яуап бирҙеләр. – Нимә теләйһегеҙ һуң? Һеҙҙең өсөн бөтәһен дә эшләйем, – тине уларға батша.

5 Шунан улар Дауытҡа: – Шаул беҙҙе, Исраил илендә йәшәмәһендәр тип, ҡырып ташлауҙы һәм юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны, – тине. –

6 Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша.

7 Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне.

8 Батша Шаулдың Армони һәм Мефи-Бошеҫ исемле улдарын алды. Улар Айяһ ҡыҙы Риспанан тыуған балалар ине. Дауыт тағы Шаулдың ҡыҙы Меравтың биш улын алды. Мерав уларҙы Мехола ҡалаһы кешеһе Барзиллай улы Ғадриилдән тапҡайны.

9 Батша уларҙы ғивғондар ҡулына тапшырҙы. Уларҙы Раббы хозурында тау башында язаланылар. Етеһе бергә йән бирҙе. Улар үлтерелгәндә ураҡ башланған, арпа урағының тәүге көндәре ине.

10 Айяһ ҡыҙы Риспа ҡыл туҡыма алды ла уны шул тау өҫтөндә түшәне. Ураҡҡа төшкәндән алып, күктән ямғырҙар ҡоя башлағансы, ул ошонда ҡалды. Көндөҙ мәйеттәрҙе ҡоштарҙан, ә төндә ҡыр йәнлектәренән һаҡланы.

11 Шаулдың йәриәһе Айяһ ҡыҙы Риспаның нимә эшләгәнен Дауытҡа һөйләнеләр.

12 Шунан һуң Дауыт Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән Шаул менән Йонаҫандың һөйәктәрен барып алып ҡайтты. Эш шунда: Шаулды Гилбоағ тауында үлтергәндән һуң, пелештиҙәр уның һәм улының мәйетен Бейт-Шеан майҙанында аҫып ҡуйған була. Ғилғәд Явешы кешеләре уларҙы шунан йәшерен рәүештә алып ҡайта.

13 Шулай итеп, Дауыт Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен алып ҡайтты; теге язаланған кешеләрҙең һөйәктәрен дә йыйып алдылар.

14 Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.


Пелештиҙәрҙе еңеү
( 1 Йыл 21:4-8 )

15 Пелештиҙәр менән исраилдар араһында яңынан һуғыш башланды. Дауыт үҙенең кешеләрен алып пелештиҙәргә ҡаршы алышҡа сыҡты, әммә уның хәле бөтә башланы.

16 Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды.

17 Әммә Серуяһ улы Авишай ярҙамға килеп, Дауытты ҡотҡарып ҡалды, пелешти кешеһен үлтерә сәнсте. Шунда Дауыттың кешеләре: – Исраилдың шәме һүнмәһен өсөн, башҡаса һин беҙҙең менән яуға йөрөмәйәсәкһең, – тип ант итте.

18 Бынан һуң Говта пелештиҙәр менән тағы һуғыш булды. Унда Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сафты үлтерҙе.

19 Һуңынаныраҡ Говта пелештиҙәр менән тағы бер һуғыш булды. Был алышта Бейт-Ләхәмдән Яғре-Оргимдың улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫты үлтерҙе. Голиаҫтың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ ине.

20 Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта булды. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт ине. Ул да рефалар тоҡомонан.

21 Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине.

22 Ошо дүртәүҙең барыһы ла Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан ине, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan