ІІ Батшалар 19 - Изге ЯҙмаЙоавтың Дауытҡа асыуланыуы 1 Йоавҡа: «Батша Авшалом өсөн ҡайғырып йәш түгә», – тип хәбәр иттеләр. 2 Еңеү шатлығы ул көндә бөтә яугирҙәр өсөн хәсрәт көнөнә әүерелде, сөнки батшаның улы өсөн ҡайғырғанын ишеттеләр. 3 Һуғышсылар ҡалаға, һуғыш барғанда яу яланын ташлап ҡасҡан өсөн оялған кеше һымаҡ, шым ғына килеп инделәр. 4 Ә батша йөҙөн ҡаплап: – Авшалом, улыҡайым минең! Авшалом, улыҡайым-балаҡайым минең! – тип һамаҡланы. 5 Йоав батшаның өйөнә килде лә Дауытҡа: – Бөгөн һинең ғүмереңде, улдарың менән ҡыҙҙарыңдың ғүмерен, ҡатындарың, йәриәләрең ғүмерен һаҡлап һуғышҡан яугирҙәреңде мыҫҡыл иттең һин, – тине. – 6 Үҙеңде күрә алмағандарҙы яратаһың, үҙеңде яратҡандарҙы күрә алмайһың. Бөгөн һин түрәләреңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә һинең өсөн бер ни тормағанлығын күрһәттең. Мин бөгөн шуны белдем: әгәр ҙә Авшалом тере ҡалып, беҙ бөтәбеҙ ҙә үлһәк, һиңә яҡшыраҡ булыр ине. 7 Инде хәҙер тор ҙа яугирҙәрең алдына сыҡ, кешеләрҙең күңелдәрен күтәр. Раббы менән ант итәм, әгәр сыҡмаһаң, был төндә һинең менән бер кем дә ҡалмаясаҡ. Был һинең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгә тиклем күргән бәләләреңдең иң ҙуры буласаҡ. 8 Батша торҙо ла ҡала ҡапҡаһы янына сығып ултырҙы. Яугирҙәргә был хаҡта хәбәр иттеләр һәм барыһы ла батша эргәһенә килде. Ә Авшалом менән булған исраилдар үҙ өйҙәренә таралышҡайны. Дауыттың Йәрүсәлимгә ҡайтыуы 9 Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп: – Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте. 10 Беҙгә хаким итеп мәсехләнгән Авшалом һуғышта үлеп ҡалды. Шулай булғас, нимә көтөргә? Батшаны кире ҡайтарырға кәрәк, – тинеләр. 11 Дауыт батша, кешеләр ебәреп, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға әйтергә ҡушты: – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына шуны әйтегеҙ: «Бөтөн Исраилдың батшаны кире ҡайтарыу тураһындағы һүҙҙәре батшаның ҡолағына килеп еткәндә, ниңә әле һеҙ батшаны үҙ йортона ҡайтарырға ашыҡмайһығыҙ? 12 Һеҙ – минең туғандарым, тәнем дә, йәнем дә – һеҙ. Ә ниңә һеҙ батшаны кире ҡайтарайыҡ тигән һүҙгә иң һуңғылар булып ҡушылырға тейешһегеҙ?» 13 Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн». 14 Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр. 15 Батша, ҡайтыр юлға сығып, Иордан йылғаһына килеп етте. Батшаны ҡаршыларға, уны Иордан йылғаһы аша сығарырға тип, йәһүҙиҙәрҙең барыһы ла Гилгалға килде. 16 Бахуримдан Бинйәмин ырыуынан булған Гера улы Шимғи ҙә Йәһүҙә кешеләре менән бергә Дауыт батшаны ҡаршыларға ашыҡты. 17 Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе. 18 Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла: 19 – Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине. 20 Ҡолоң үҙенең гонаһ эшләгәнен белә һәм бына бөгөн, хакимым батшаны ҡаршылар өсөн, мин Йософ ырыуынан беренсе булып килдем, – тине. 21 Әммә Серуяһ улы Авишай: – Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө. 22 – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт. 23 Шунан Шимғигә: – Һин үлмәйһең, – тип ант итте. 24 Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны. 25 Ул батшаны ҡаршы алырға тип Йәрүсәлимдән килгәс, Дауыт: – Мефи-Бошеҫ, ниңә һин минең менән китмәнең? – тип һораны. 26 Ул иһә былай тип яуап бирҙе: – Хакимым батша, хеҙмәтсем алданы мине. Мин ҡолоң аҡһаҡ булғас, ишәгемде эйәрләп алайым да шуға ултырып, батшам менән китәйем, тип тора инем. 27 Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә. 28 Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине. 29 Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине. 30 – Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ. 31 Батшаны Иордан аша алып сығып, ҡайтыр юлға оҙатыр өсөн Рогелимдан Ғилғәд кешеһе Барзиллай ҙа килде. 32 Барзиллай һикһәнен тултырған бик өлкән кеше ине. Батша Маханаимда саҡта Барзиллай уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғайны, сөнки ул бик бай ине. 33 Батша Барзиллайға: – Әйҙә минең менән Йәрүсәлимгә, инде унда һинең турала мин хәстәрлек күрермен, – тине. 34 Әммә Барзиллай батшаға: – Ғүмеремдең көндәре һәм йылдары ахырына табан бара түгелме ни? Нимәгә миңә батша менән Йәрүсәлимгә барырға? – тине. – 35 Миңә хәҙер һикһән йәш, яҡшыны ямандан айырырлыҡ та түгелмен. Ашаған-эскәнемдең тәмен тоймағас, йырсыларҙың тауышын ишетмәгәс, мин ҡолоң хакимым батшаға йөк булып нишләп йөрөйөм инде? 36 Мин ҡолоң бары тик батша менән Иорданды кисеп, бер аҙ оҙатып ҡалырға ғына теләй. Ниңә батша миңә шул тиклем игелек эшләргә тейеш? 37 Ҡуй, мин ҡолоң ҡайтып, үҙ ҡаламда йән биреп, ата-әсәмдең төрбәһендә дәфен ҡылынайым. Ә бына ҡолоң Кимһам хакимым батша менән китһен, уның менән ни эшләһәң дә, һинең хөкөмөңдә. 38 – Кимһам минең менән барыр, – тине батша. – Мин уның өсөн һин ни теләһәң, шуны эшләрмен. Шулай уҡ һинең өсөн дә мин йәнең теләгәндең барыһын да эшләрмен. 39 Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте. 40 Батша Гилгалға юл алды, уның менән Кимһам да китте. Йәһүҙәнең барлыҡ халҡы һәм Исраилдың яртыһы батшаны оҙатып ҡалды. 41 Бына бер ваҡыт исраилдар килделәр ҙә батшаға: – Ниңә беҙҙең ағай-энеләр, Йәһүҙәнең ир-уҙамандары, һине бөтә ғаиләң, хеҙмәтселәрең менән бергә урлап тигәндәй алып китеп, Иордан аша алып сыҡтылар әле? – тинеләр. 42 Йәһүҙәнең ир-уҙамандары исраилдарға: – Сөнки батша – беҙҙең яҡын туғаныбыҙ. Ниңә асыуығыҙ ҡабара? Әллә беҙ батшаныҡын ашап-эстекме? Әллә батша беҙгә берәй бүләк бирҙеме? – тип яуап ҡайтарҙылар. 43 Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia