ІІ Батшалар 18 - Изге ЯҙмаАвшаломдың үлеме 1 Дауыт янындағы кешеләрҙе бер урынға йыйып, улар өҫтөнән мең баштары һәм йөҙ баштары ҡуйҙы. 2 Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине. 3 Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр. 4 – Ярар, – тине батша, – һеҙгә нисек ҡулай, шулай эшләйем. Батша ҡала ҡапҡаһы янына барып баҫты, ә кешеләр ҡапҡанан йөҙәрләп, меңәрләп сыға торҙо. 5 Батша Йоавҡа, Авишайға һәм Иттайға: – Минең хаҡыма ул егет – Авшалом менән йомшағыраҡ ҡыланығыҙ! – тип бойорҙо. Батшаның Авшалом тураһында ғәскәр башлыҡтарына биргән был бойороғон бөтә кешеләр ҙә ишетте. 6 Яугирҙәр исраилдарға ҡаршы сыҡты һәм Әфраим урманында һуғыш башланды. 7 Исраилдар Дауыт яҡлыларҙан еңелде. Ул көндө алыш бик ҡаты булды – яу яланында егерме мең кеше ятып ҡалды. 8 Алыш бөтә тирә-яҡҡа йәйелде һәм ул көндә халыҡ ҡылыстан үлгәнгә ҡарағанда, күберәк урман шырлығында һәләк булды. 9 Бына бер ваҡыт Авшалом Дауыттың кешеләренә тап булды. Ул ҡасырға атланғайны. Ҡасыр ҙур бер имәндең ботаҡтары араһына инеп киткәс, Авшалом сәсе менән имән ботағына сырмалды ла һауала аҫылынып ҡалды, ә ҡасыры өркөп ҡасып китте. 10 Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте. 11 – Күргәс, ниңә уны үлтермәнең? Мин һиңә ун шекел көмөш менән билбау бирер инем, – тине Йоав был хәбәрҙе килтергән кешегә. 12 – Һин хатта минең ҡулыма мең шекел һалһаң да батша улына ҡул күтәрмәҫ инем. Сөнки батшаның һиңә лә, Авишайға ла, Иттайға ла: «Минең хаҡыма Авшаломды һаҡлағыҙ», – тип бойорғанын беҙ ҙә ишеттек. 13 Мин үҙемдең ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла быны эшләһәм, батша барыбер белер ине, ул саҡта инде һин үҙең дә мине яҡламаҫ инең, – тип яуап ҡайтарҙы теге. 14 Йоав: – Һинең менән ваҡыт әрәм итеп торғансы, – тине лә, ҡулына ҡыҫҡа һаплы өс һөңгө алып, имәндә һаман тере көйөнсә аҫылынып торған Авшаломдың йөрәгенә ҡаҙаны. 15 Шунан Йоавтың ун ҡорал йөрөтөүсеһе Авшаломды уратып алып үлтереп ҡуйҙы. 16 Йоав, борғо ҡысҡыртып, исраилдарҙы эҙәрләгән һуғышсыларҙы туҡтатты. 17 Авшаломдың мәйетен иһә урмандағы тәрән бер соҡорға ырғыттылар ҙа өҫтөнә бейек итеп таш өйөп ҡуйҙылар. Бөтә исраилдар өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. 18 Авшалом тере сағында уҡ: «Был донъяла исемемде йәшәтерлек улым юҡ», – тип Батша үҙәнендә үҙенә һәйкәл ҡуйҙырып, уны үҙ исеме менән атаған була. Ул һәйкәл ошо көнгә тиклем «Авшалом һәйкәле» тип йөрөтөлә. Дауыттың йәш түгеүе 19 Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине. 20 – Юҡ, – тине Йоав, – бөгөн һин хәбәр алып бармайһың. Башҡа көндө барырһың, бөгөн түгел, сөнки батшаның улы үлде. 21 Шунан Йоав үҙенең хеҙмәтсеһе булған Куш кешеһенә: – Бар, күргәндәреңде батшаға һөйлә, – тип бойорҙо. Куш кешеһе Йоавҡа баш эйҙе лә Дауытҡа йүгерҙе. 22 Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың. 23 – Шулай ҙа барайым әле, – тине Ахимағас. – Бар, әйҙә, – тине Йоав ахырҙа. Ахимағас, үҙәндән тураға йүгереп, Куш кешеһен уҙып китте. 24 Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды. 25 Ул ҡысҡырып, был хаҡта батшаға әйтте. – Бер генә кеше икән, хәбәр менән килә булыр, – тине батша. Теге кеше яҡынайғандан яҡынайҙы. 26 Күҙәтсе йүгереп килгән тағы бер кешене күреп ҡалды ла ҡапҡа ҡарауылсыһына: – Тағы берәү йүгереп килә, – тип ҡысҡырҙы. – Был да хәбәр менән килә, – тине батша. 27 – Алдағыһының йүгереүе Садоҡ улы Ахимағастыҡына оҡшаған, – тине күҙәтсе. – Ул – яҡшы кеше, һәйбәт хәбәр менән киләлер, – тине батша. 28 Ахимағас батшаға: – Бөтәһе лә яҡшы, – тип ҡысҡырҙы. Шунан батша алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Хакимым батшаға ҡаршы баш күтәргән кешеләрҙе ҡулыңа тапшырған Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! – тине. 29 – Теге егет – Авшалом иҫән-һаумы? – тип һораны батша. – Йоав батшаның бер ҡолон һәм мин ҡолоңдо бында ебәргәндә бик ныҡ ығы-зығы ине, артабан ни булғанын белмәйем, – тине Ахимағас. 30 – Ситкәрәк китеп, анауында тороп тор әле, – тине уға батша. Ахимағас ситкәрәк барып баҫты. 31 Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул. 32 Батша Куш кешеһенән: – Авшалом иҫән-аманмы? – тип һораны. – Хакимым батшаның дошмандарының, яуыз ниәт менән һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең яҙмышы ул егеттеке һымаҡ булһын! – тип яуапланы Куш кешеһе. 33 Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia