Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІ Батшалар 1 - Изге Яҙма


Дауыттың Шаулдың үлеме хаҡында хәбәр алыуы

1 Шаул һәләк булғандан һуң, ғәмәлектәрҙе еңеп ҡайтҡан Дауыт ике көнгә Сиҡлағта туҡтаны.

2 Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.

3 Ул, Дауыт янына килеп, ергә ҡапланды. Дауыт унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мин Исраил ғәскәре тупламынан ҡасып киләм, – тине теге.

4 – Ни булды? Һөйлә әле миңә, – тип һораны Дауыт. Теге кеше былай тине: – Яугирҙәр алыш яланын ташлап ҡасты, бик күп кеше ҡырылды, Шаул менән улы Йонаҫан да һәләк булды.

5 – Шаул менән уның улы Йонаҫандың үлгәнен ҡайҙан беләһең? – тип һораны Дауыт хәбәр алып килгән егеттән.

6 – Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.

7 Шунда ул артына әйләнеп ҡараны ла, мине күреп, янына саҡырҙы. «Бойор, тыңлайым», – тинем мин.

8 «Кем һин?» – тип һораны ул минән. «Мин – ғәмәлек кешеһемен», – тинем.

9 «Кил яныма, үлтер мине, – тине ул. – Үлем ғазабына тарыным, ә йәнем һаман сыҡмай».

10 Мин уның янына килдем дә, бындай ауыр яраларҙан һуң йәшәй алмаясағын күреп, үлтерҙем. Мин уның башындағы тажы менән беләҙеген алдым һәм бына һин хакимыма килтерҙем.

11 Быны ишеткәс, Дауыт ҡайғынан өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы, уның эргәһендәге кешеләр ҙә шулай эшләне.

12 Ҡылыстан һәләк булған Шаул менән уның улы Йонаҫан, Раббы халҡы, Исраил йорто өсөн ҡайғырып йәш түктеләр, кискә тиклем ураҙа тоттолар.

13 Дауыт хәбәр алып килгән егеттән: – Һин ҡайҙанһың? – тип һораны. – Мин бер килмешәк ғәмәлек кешеһенең улы булам, – тип яуап бирҙе егет.

14 – Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт.

15 Ул бер кешеһен саҡырып алды ла: – Кил, үлтер уны! – тип бойорҙо. Дауыттың хеҙмәтсеһе ғәмәлекте ҡылыс менән үлтерҙе.

16 Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Дауыттың ҡайғы йыры

17 Дауыт Шаул менән уның улы Йонаҫан хаҡында ҡайғы йыры башҡарҙы.

18 Һуңынан ул «Йәйә» тип аталған был йырҙы Йәһүҙә халҡына өйрәтергә бойорҙо. Был ҡайғы йыры «Яшар» китабында яҙылған.

19 «Эй Исраил, һинең күркең тауҙарыңда башын һалды! Ҡайһылай ҡоланы бәһлеүәндәр!

20 Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.

21 Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде.

22 Дошман яраһынан ҡан ағыҙмайынса, Хас дошмандың эсен ярмайынса, Әйләнеп тә ҡайтмай ине Йонаҫан уғы, Ҡынына ҡайтмай ине Шаул ҡылысы.

23 Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.

24 Эй Исраил ҡыҙҙары! Һеҙгә ал ҡыҙыл затлы кейем кейҙергән, Алтын биҙәүестәр алып биргән Шаул өсөн йәш түгегеҙ!

25 Яу ҡырында баһадирҙар ҡоланы! Һинең ҡалҡыулыҡтарыңда Йонаҫан һәләк булды.

26 Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.

27 Ҡайһылай ҡоланы баһадирҙар! Һуғыш ҡоралдары ҡырылды!»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan